Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Эльвира Искакова - Килерһең»
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00
Премьера песни: 2020-04-03

Текст песни:

1)Утлы йөрәк менән һине көтөп
Күктә йондоҙҙарҙы күҙәтәм
Йондоҙ булып төшөп яндарыма
Килеүеңде, hаман,мин көтәм.
2)Ҡулдарыңда тотоп ҡулдарымды
Иң бәхетле итеп донъяла
Ҡабат мине ҡалдырмаҫһың ине
Ниҙәр генә алда булһа ла
3)Һинең барлығыңды мин беләмен
Нурлы йөҙөң минең уйымда
Йөрәгеңдә һинең күпме наҙ бар
Күпме йылы һинең ҡуйында
4) Шул көн етер, алдарыма килеп
Һине көттөм тиеп әйтерһең
Аҡҡоштарҙай булып ғүмерлеккә
Һөйөр өсөн мине килерһең....

Припев:
Йондоҙ булып төшөп яндарыма
Яҡтырт минең барыр юлымды
Иң бәхетле булыр инем тойһам
Иң ҡәҙерле һинең ҡуйынды