Текст песни:
Кәкүк, кәкүк,
Әйтсе миңә,
Күпме минең ғүмерем?
Күпме минең был донъяла
Шатлыҡтарым күререм?
Күпме минең был донъяла
Шатлыҡтарым күререм?
Кәкүк, кәкүк,
Ниңә улай
Һүзең һаран - бер, ике, өс?
Оҙағыраҡ ҡысҡырырға
Тапмайһыңмы берәй көс?
Оҙағыраҡ ҡысҡырырға
Тапмайһыңмы берәй көс?
Кәкүк, кәкүк,
Үпкәләмәм,
Аҙ бирһәң дә ғүмерҙе -
Бар ҡайғыһын, бар шатлығын
Татып китәм был ерҙең.
Бар ҡайғыһын, бар шатлығын
Татып китәм был ерҙең.
Кәкүк-кәкүк (3x)