Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тимур Ахмедьянов - Атлайым»
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Яҙмыш йәнемде бәҙрәф ҡағыҙы менән бутаған.
Мин яңғыҙлыҡ тотҡонлоғонда урам буйлап барам,
Ғәфү ит, тормош, төшөп ҡалдым арбаңдан.
Юғалды хыялдарым, юғалды...
Һәм күкрәгемдә ҡалды тибеүҙән ялҡҡан йөрәк.

Ҡушымта:
Ә мин һаман да атлайым, ҡайҙа белмәйем.
Моңһоу томанға ҡарайым бер ни күрмәйем.
Күң(е)лем күҙ йәштәре ергә көй булып түгелер,
Был йыр бик күп йырҙарға оҡшаш, тик миңә бары-бер.

2. «Нимә эшләргә?» - башта һаман шул яуапһыҙ һорау.
Күпме маташтым, ярыштым, яң(ы)лыштым, тырыштым, тик нимә таптым?!
Тараҡандар йүгереүе йәшәү мәғәнәһе.
Мин һеҙгә эстафетаны тапшырҙым.
Юғалды хыялдарым, юғалды...
Һәм күкрәгемдә ҡалды тибеүҙән ялҡҡан йөрәк.

Ә мин һаман да атлайым,
Моңһоу томанға ҡарайым...
Ә мин һаман да атлайым,
Моңһоу томанға ҡарайым...