Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Аҡбуҙат»
исполнителя Айдар Галимов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат,
Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма.
Мине алып бар Ҡафтау артына,
Алтын hарайҙағы Һылыу янына.

Припев:
Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша
Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға.
Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым,
Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа.

2. Өндәште шул саҡ миңә Аҡбуҙат:
Елем бүләк итте, иңемә ҡанат.
Мин hәр саҡ әҙер, ҡояшҡа ҡәҙәр
Алып барып етәм, hин ҡушhаң әгәр.

Припев:
Юҡ, кәрәкмәй, Аҡбуҙатым - көмөш тояҡ, алтын ялым,
Алып барма йондоҙҙарға, Ай, болоттарға.
Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша
Алып бар, дуҫкай, hин мине йәшлек саҡтарға.

3. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат,