Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Әйтегеҙсе, ромашкалар»
исполнителя Айдар Галимов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Өҙәмен ромашка таждарын
Һөйәме, һөймәйме тип йәрем.
Әйт, сәскә, дөрөҫөн әйт инде,
Йыуанһын йөрәгем һәм йәнем.

Припев:
Яратамы? Яратмаймы?
Әйтегеҙсе, ромашкалар.
Ашыҡма һин, яратыр, тип
Яуап бирә миңә улар.

2. Әйт инде әүлиә ромашка,
Йәшлегем һиҙҙермәй үтә бит.
Мөхәббәт барына ышанам.
Йөрөйөм, ҡасан ул килер тип.

Припев:
Яратамы? Яратмаймы?
Әйтегеҙсе, ромашкалар.
Ашыҡма һин, яратыр, тип
Яуап бирә миңә улар.

3. Әйтмәй ул хыялый ромашка,
Ышанып йөрөүҙән ни сара?
Өмөтөм тик һиндә, әүлиәм,
Йөрәктә ҡалдырма гел яра.

Припев:
Яратамы? Яратмаймы?
Әйтегеҙсе, ромашкалар.
Ашыҡма һин, яратыр, тип
Яуап бирә миңә улар.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат, Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Припев: Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға. Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым, Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа. 2. Өндәште шул саҡ миңә Аҡбуҙат: Елем бүләк итте, иңемә ҡанат. Мин hәр саҡ әҙер, ҡояшҡа ҡәҙәр Алып барып етәм, hин ҡушhаң әгәр. Припев: Юҡ, кәрәкмәй, Аҡбуҙатым - көмөш тояҡ, алтын ялым, Алып барма йондоҙҙарға, Ай, болоттарға. Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫкай, hин мине йәшлек саҡтарға. 3. Толпар Аҡбуҙат – пар ҡанатлы ат, Осоп кил яныма, баҫ hин ҡаршыма. Мине алып бар Ҡафтау артына, Алтын hарайҙағы Һылыу янына. Припев: Диңгеҙҙәр hәм тауҙар аша, йылғалар hәм йылдар аша Алып бар, дуҫҡай, hин мине йәшлек саҡтарға. Һин бит, дуҫым, Аҡбуҙатым – көмөш тояҡ, алтын ялым, Мин дә hиңә ҡул hуҙармын ауыр саҡтарҙа.