Текст песни:
Бер кемдәргә бирмәм, ташламамын тиеп,
Ҡулдарыма алдым мин һине.
Мин һинеке инем, һин минеке инең,
Был көн ине беҙҙең туй көнө.
Припев
Әсе-әсе тейҙәр, беләм ни теләйҙәр,
Осрашалар татлы ирендәр.
Берәү, икәү, осәү - барыһы һуң нисәү?
Эх минуттар, мәңге түгелдәр.
Туй күлмәген кейҙем, һин бит аҡҡош тинең,
Индәремә ҡанат ҡуйҙың һин.
Һинең менән генә үҙ-үҙемде ерҙә
Иң бәхетле итеп тойҙом мин.
Припев
Әсе-әсе тейҙәр, беләм ни теләйҙәр,
Осрашалар татлы ирендәр.
Берәү, икәү, осәү - барыһы һуң нисәү?
Эх минуттар, мәңге түгелдәр.
Зәңгәр күлдә йөҙгән пар аҡҡоштар кеүек,
Бәхет күлдәрендә йөҙәйек беҙ.
Пар ҡоштарҙай һайрап, туй көнөндәй шаулап,
Уҙһын ине беҙҙең ғүмеребеҙ.
Припев
Әсе-әсе тейҙәр, беләм ни теләйҙәр,
Осрашалар татлы ирендәр.
Берәү, икәү, осәү - барыһы һуң нисәү?
Эх минуттар, мәңге түгелдәр.