Текст песни:
1.Моңло көйгә мәғәнә керетеп
Һүҙҙәр йырға ҡушыла.
Бер-береһен үҫләп йәшәргә
Насип йәрләр ҡауыша.
Припев
Ҡара әле, бер ҡара әле,
Парлап йөҙә аҡҡоштар.
Был донъяла сикһеҙ бәхетле
Парлап йәшәһәләр йәрләр. (2 раза)
2.Күктә күрһәм пар күгәрсен
Шатлыҡ һыймай күңелемә.
Улар ҙа парлар бәхетле
Беҙҙең кеүек был ерҙә.
Припев
Ҡара әле, бер ҡара әле,
Парлап йөҙә аҡҡоштар.
Был донъяла сикһеҙ бәхетле
Парлап йәшәһәләр йәрләр. (2 раза)
3.Икебеҙгә бер мөхәббәт.
Бер хыял икебеҙгә.
Бәхетебеҙ уртаҡ булһын,
Матур йәшәйек бергә.
Припев
Ҡара әле, бер ҡара әле,
Парлап йөҙә аҡҡоштар.
Был донъяла сикһеҙ бәхетле
Парлап йәшәһәләр йәрләр. (2 раза)