Текст песни:
Йәйҙәргә һөйөнөп, ҡыҙылдан кейенеп,
Баҡсамда үҫәләр сейәләр.
Беҙгә күҙ һалығыҙ, һоҡланып ҡалығыҙ,
Иң матур сағыбыҙ тейәләр.
Ҡушымта:
Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр,
Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр.
Һыуһылдар, татлылар, ирендәр тәме бар,
Үбәм тип урелһен сейәләр.
Һөйөүен йәшергән, ғашиҡтар шикелле
Ҡыҙарып баштарын эйәләр.
Ҡушымта:
Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр,
Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр.
Һөйөү шул түгелме? Ымһыта күңелде
Күҙ яуын алырлыҡ сейәләр.
Бешәбеҙ йәйҙәрҙә, яратып өҙ әйҙә,
Һуңлама, һуңлама тейәләр.
Ҡушымта:
Ҡояшка үрелеп ҡыҙара сейәләр,
Һеҙ икәү, һеҙ икәү пар килгән тейәләр.