Йөрәгемә ҡағылды утлы һүҙҙәрең
Миңә хәҙер инде матур күҙҙәрең
Кәрәкмәй тим, кәрәкмәй, ағыҙма күҙ йәштәрең
Ярашырбыҙ бәлки тиеп һин йүгерҙең
Өмөттәрҙе уйға йыйып һин өлгөрҙөң
Тик һуңланың, кәрәкмәй, тамам һөйөү тарихы
Һуңлама әйтергә, яратам яратам
Хәҙер йоҡламайса ут йотам, ут йотам
Ҡушымта:
Юғал күҙҙәремдән
Алдаҡ хыял, буш һүҙҙәрең
Ҡалма йөрәгемдә,
һуңғы төндәрен алып китермен
Ҡалдыр теткеләнеп бөткән йәнемде
Беләһең бит, һөйөүебеҙ күптән һүнде
Кәрәкмәй тим, кәрәкмәй,
Ағыҙма күҙ йәштәрең
Беҙ икәүҙе йәлләп илай болоттар
Тик белә ул, булмай һис ҡайтарып та
Был хәсрәттән беләһең бит
Булмай һис ҡотолоп та
Һуңлама әйтергә, яратам, яратам
Хәҙер йоҡламайса ут йотам, ут йотам
Ҡушымта:
Юғал күҙҙәремдән
Алдаҡ хыял, буш һүҙҙәрең
Ҡалма йөрәгемдә,
һуңғы төндәрен алып китермен