Етмәҫ инде ҡағыҙ бите
Хистәремде яҙырға…
Мөмкиндер ул һылыуҡайҙың
Күҙҙәренә бағырға?
Ҡушымта:
Барам әле һылыуыма
“Һөйәм!”һүҙен әйтергә,
Ниңә ул һүҙ тел осонда
Тора һаман әйтелмәй?
Етмәҫ кеүек батырлығым
Ҡулдарыңдан ҡыҫырға.
Мөмкин микән нескә генә
Билкәйеңдән ҡосорға?
Ҡушымта.
Етмәҫ инде бер ҡасан да
Уны әйтергә көсөм–
Ҡыйыулыҡ та кәрәк икән
Ҡыҙҙарҙы һөйөр өсөн.
Ҡушымта:
Барам әле һылыуыма
“Һөйәм!”һүҙен әйтергә,
Ниңә ул һүҙ тел осонда
Тора һаман әйтелмәй?