Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ел еранем»
исполнителя Рәсүл Ҡарабулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ел ерәнем егетемде
Еткер ел етмәҫ ергә.
Яланда түгел яуҙа ла
Гел икәү булдыҡ бергә.
Әй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй.

Менгән атым уң ҡанатым,
hин батыр егет күрке, hай!
hинең менән елдә елгән
Батыр егет ил күрке.
Әй, һә-һәй, әһә-һәй, һә-һәй.

Ҡолон саҡтан татыу үҫтек
Ирәндек итәгендә.
Ил саҡырғас, яуға киттек
Йәмле йәй иртәhендә.
Әй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй.

Менгән атым уң ҡанатым,
hин батыр егет күрке, hай!
hинең менән утка ингән
Батыр егет ил күрке.
Әй, һә-һәй, әһә-һәй, һә-һәй.

Беҙ ҡайттыҡ икәү иҫән-hау,
Яуыз дошманды еңеп.
hинең даның, Ирәндек тау,
Ерәнсәй менән егет.
Әй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй, әһә-һә-һәй.

Менгән атым уң ҡанатым,
hин батыр егет күрке, hай!
hинең менән яуҙа еңгән
Батыр егет ил күрке.
Әй, һә-һәй, әһә-һәй, һә-һәй.


Заһир Исмәғилев көйө, Нәжиб Иҙелбай һүҙҙәре.

Другие песни исполнителя:

  • Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ — Полковник Тәфтиләү яу урыны. Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас, Алтынланды уның яурыны. Аҫтындағы эйәр атҡа тейер, Эйәре лә белмәҫ, ат белә. Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен Үҙе белмәһә лә, ил белә. Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ, Йыр йырламай күңел асылмаҫ. Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ. Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ. Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ. Ҡара ла ғына урман ҡая бите, Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта. Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш, Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
  • Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа, Хәтерләтеп йәмле май кисен. Муйыл сәскә атҡан туғайҙа Йөргән инек икәү нур кисен. Тормош юлдарыбыҙ шул кистә Айырылды төрлө яҡтарға. Ә шулай ҙа иркәм гел иҫтә, Алыштырмам уны яттарға. Араларҙа алыҫ юлдар бар, Барыр инем дә бик арымай. Осрашырға күмпе йылдар бар, Нисек түҙәмен һуң һағынмай.