Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бөрлөгәнем бөрлөгән»
исполнителя Рәсүл Ҡарабулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Баҡсаларҙа сәскә ата
Һин ултыртҡан бөрлөгән.
Ул да һине көтә һымаҡ,
Ник килмәйһең, бер генәм?
Бөрлөгәнем, бөрлөгән,
Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза)


Бөгөн төндә төштәремдә
Һине күрҙем, бер генәм.
Мин тал, имеш, ә һин, йәнем,
Гүйә ҡара бөрлөгән.
Бөрлөгәнем, бөрлөгән,
Тиҙерәк кил, бер генәм! (2раза)


Бөрлөгәндәй күҙҙәреңде
Көн дә килә күрәһем.
"Һөйәм" тигән һүҙҙәреңде
Ҡабатлайым йыр менән.
Бөрлөгәнем, бөрлөгән,
Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза)


Баҡсаларҙа сәскә ата
Һин ултыртҡан бөрлөгән.
Ул да һине көтә һымаҡ,
Ник килмәйһең, бер генәм?
Бөрлөгәнем, бөрлөгән,
Һин бит минең бер генәм! (2раза)

Другие песни исполнителя:

  • Муйыл күпереп сәскә атһынмы? Ерҙе ҡаплап тәүге ҡар ятһынмы? Хыял илтә бала саҡтарыма Йәшлегемә тыуған яҡтарыма Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Ҡырпаҡ ҡарҙа яңы эҙ ҡалдырып, Көндәр буйы аяҡты талдырып Барлыҡ хәсрәтләҙе онотһамдай Ҡанатланам яңы йыр отҡанда Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Тәүге ҡар шау сәскә ап аҡ миҙгел, Яралы күңелде дауалай гөл Аҡтан аҡ паҡ тан паҡ хыял төҫе Аҡ миҙгелһеҙ йәшәй алмам төҫле Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, килһендәр Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр, Аҡтан аҡ паҡтан паҡ, миҙгелдәр Килһендәр
  • Ай, әле бик йыраҡта инек, Етмеш саҡрым ерҙән килдек беҙ; Ак ҡалфағым төшөҙрөм ҡулдан, Туғандарҙың hағынған сағы, Аҡ ҡалфаkтың тағылған сағы, Туғандарҙың hағынған сағы. Етмеш саҡрымд яҡын ер түгел, Бер осрашыр өсөн килдек беҙ; Аҡ ҡалфағым төшөҙрөм ҡулдан, Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған. Аҡ ҡалфағым төшөҙрөм ҡулдан, Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған. Ырымбурҙан дебет шәл алдым, Алтын тәңкә бирҙем йәлләмәй; Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер.
  • Аҡ сәскәләр кеүек ҡар яуа, Хәтерләтеп йәмле май кисен. Муйыл сәскә атҡан туғайҙа Йөргән инек икәү нур кисен. Тормош юлдарыбыҙ шул кистә Айырылды төрлө яҡтарға. Ә шулай ҙа иркәм гел иҫтә, Алыштырмам уны яттарға. Араларҙа алыҫ юлдар бар, Барыр инем дә бик арымай. Осрашырға күмпе йылдар бар, Нисек түҙәмен һуң һағынмай.