Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тик hине»
исполнителя Раис Кангильдин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Күңелдән ғүмерҙә тоймаған хистәр урғылып сыға.
Һәм ул хистәр тыңламайҙар, әллә ҡайҙарға ашыға.
Хатта йөрәктең тибеше шаша hәм тулай күкрәктә,
Белмәйем ни булды, сибәр бер ҡыҙҙы күргәнгә әллә.

Припев:
Күңелендә ҡояш, ә йөҙөңдән hирпелә ай нуры.
Бөгөнгө төндә беҙ икәү, яратам тик hине, матурым.

Ошо ваҡыттан алып мөхәббәттең ҡолона мин әйләндем.
Уның тимер ыскынмаҫлыҡ бығауына лә бәйләндем.
Тырыштым көн дә ҡасырға, ләкин белмәнем серҙәрен.
Ә ниңә ҡасырға, һылыуым, мин бит һине hөйәмен.

Припев:
Күңелендә ҡояш, ә йөҙөңдән hирпелә ай нуры.
Бөгөнгө төндә беҙ икәү, яратам тик hине, матурым. (2раза)

Другие песни исполнителя:

  • Күкрәгемде ярып йөрәк тибә, Ә күңелемдән hағыш hибелә. Үтте ваҡыт, көттөм бик оҙак. Аллаһ, hин hалғанһын миңә туҙаҡ. Ҡулымдағы сәскәләр hулыны, Ныҡ ҡайнаны өмөтөм тулҡыны Өҙөлдө түҙемлек бығауҙары, Емерелде мөхәббәт ярҙары. припев: Мин hиңә ышандым, Һөйөү утында яндым, Ҡояш нурҙарындай балҡының, Әрней минең күңел. Мөхәббәт уйын түгел. Мөхәббәт уйын түгел. (2 раза) Биш сәғәтте бушҡа уҙғарҙым, Һүҙҙәреңә ышаныс hуғарҙым, Мөхәббәтте юҡ тейеп уйлап, Яңғыҙ ҡайттым тыныс урам буйлап. Бынан башҡа миңә шылтратма, Осрашайыҡ тейеп алдатма. Был хәйләнә hинең эләкмәм. Бындай мөхәббәт миңә кәрәкмәй. припев: Мин hиңә ышандым, Һөйөү утында яндым, Ҡояш нурҙарындай балҡының, Әрней минең күңел. Мөхәббәт уйын түгел. Мөхәббәт уйын түгел. (2 раза)
  • Ул ярата,ҡояш нуры әгәр Биткә ҡағылып наҙлап уятһа. Ул ярата,йылы киске елдәр, Арҡаһынан һөйөп оҙатһа. Балдай татлы йәйҙең һәр көндәре, Онотолмай йондоҙло төндәре. Иренең тәме һәм һинең күҙҙәр- Бәхетле көндәр! Припев: Дөрләп яныр ҡыҙыу усаҡтай Һинең йөрәгең. Инде шул саҡта, Иҫеңә төшөр беҙҙең уҙған йә, Тик бойоҡма,йәнем,йылмай,һэй!!! куплет: Ул яраткан саскалар байламен Калдырам конда ойо янында. Ул яраткан йырзарзарзы йырлайым дустар менан усак якканда. Дуҫтар уратһа, йәйҙәр күңелле Һәр көн ҡалыр хәтерҙә ғүмерлек. Тик тиҙ уҙа йәйҙәр, моңһоуланма, Иң мөһиме уҙмаһын заяға .
  • Уфтанма ғүмерҙәр Яҙ кеүек үтә тип. Сал сәсең күрһәң дә уфтанма... Яҙ килә лә китә, Ғүмер шулай үтә. Уфтанма, уфтанма, уфтанма... Уфтанма, бит һинең Ул уҙған ғүмерең. Уйнап-көлөп кенә уҙмаған.... Һиңә насип булған Аҡ бәхет, ҙур шатлыҡ. Яҡты көндәр әле уҙмаған.... Яҙ килә лә китә, Ғүмер шулай үтә. Уфтанма, уфтанма, уфтанма... (Р.Ханнанов муз., халыҡ һүҙ.)