Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Башҡортостан-гөлбостан»
исполнителя Ҡарауан һарай.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ырыуың кем? Үҫәргән,
Ырыуың кем? Юрматы,
Ырыуың кем? Ҡатай,
Ырыуың кем? Табын,
Ырыуың кем? Ҡыпсаҡ,
Ырыуың кем? Бөрйән,
Ырыуың кем? Тамъян,
Илебеҙ Башҡортостан!

Башҡортостан гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан!

Башҡортостан баҡсаһы арыҫландар торған ер,
Арыҫландар бабаһы ҡаһармандар йөрөгән ер,
Арыҫландар бабаһы ҡаһармандар йөрөгән ер.

Ҡыуан аңлап, эй, Ватан, беҙ аңланыҡ хәлеңде,
Һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде,
Һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде.

Башҡортостан гөлбостан, былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан.

Башҡортостан гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан.

Башҡортостан йәшәһен, cөнбөлөстан йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән арыҫландар йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән арыҫландар йәшәһен!

Башҡортостан гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан.

Другие песни исполнителя:

  • Ерән атым, ай ялҡайын Һалҡын тараҡ менән дә тарайым шул ай-һай гөлкәем Һеҙ туғандар киләм дә тигәс Ҡайҙан ҡалҡыу шунан да ҡарайым шул ай-һай гөлкәем Алмағастың алмаларын Был был ҡоштар ҡунып та ашаһын шул ай һай гөлкәем Уйнап ебәр көйләп тә ебәр Был был һайрауына ла оҡшаһын шул ай һай гөлкәем
  • Беҙ һуғышҡа ингәндә, Бәхилләштек барыбыҙ. Беҙ һуғыштан сыҡҡанда, Алдан сыҡты даныбыҙ. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Француздар килеп ингән Мәскәү тигән ҡалаға. Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас, Сығып ҡасты далаға. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Наполеонға тәхет кәрәк, Үҙ еренә һыймаған. Мәскәүҙәргә килеп ингәс, Ул да үҙен һынаған. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Француздар танынылар Әрәсәйҙә үҙҙәрен. Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас, Табалмайҙар эҙҙәрен. Любезники, любизар, Маладис, маладис! Мәскәүгә лә керҙек беҙ, Парижде лә күрҙек беҙ. Француздарҙы еңгәндә, Ер емертеп йөрөнөк беҙ. Любезники, любизар, Маладис, маладис!