Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «үҙгәрмәй ул мөхәббәт»
исполнителя Марсель Кутуев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

ҮҘГӘРМӘЙ УЛ МӨХӘББӘТ.
Ахан Отыншиев көйө,
Зилә Лира һүҙҙәре.
ТЕКСТ.
Талҡаҫта һыуҙың таҙаһы,
Ҡаршымда Баймаҡ ҡалаһы.
Танымаһаң таныш ҡарындаш,
Талҡаҫ күлдең балаһы.

ҠУШЫМТА:
Һарғайһа-һарғай япыраҡ
Һарғаймай берүк йәшлек саҡ.
Үҙгәрһәң-үҙгәр тәбиғәт,
Үҙгәрмәй ул мөхәббәт!

2.
Талҡаҫта һыуҙың өлкәне
Һөйәмен йәнем тик һине
Китеп барһам да ауылға
Көтөп ҡала ул гел мине!
ҠУШЫМТА:
Һарғайһа-һарғай япыраҡ
Һарғаймай берүк йәшлек саҡ.
Үҙгәрһәң-үҙгәр тәбиғәт,
Үҙгәрмәй ул мөхәббәт!

Другие песни исполнителя:

  • Уралым, Уралым! Күгәреп ятҡан Уралым Нурға сумған түбәһе Күккә ашҡан Уралым Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡанда Һайрап ҡаршылай ҡоштарың Тонйорап ҡояш батҡанда Һайрап оҙата ҡоштарың Һине маҡтай йырҙарым Һине данлай йырҙарым Һин бит минең төйәгем Һине һөйә йөрәгем Уралым, Уралым
  • Йоморо матур тояғыңды дағаларбыҙ, юрғам, Ҡырас матур ялдарыңды уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөр инде, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам. Башыңдағы йүгәнеңде көмөшләрбеҙ, юрғам, Ҡара-ҡырпыу үңлегеңде нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөрсө әле, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам. Дуға кеүек муйыныңды иркәләрмен, юрғам, Түшәк кеүек һыртҡайыңды ҡырғыслармын, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөр инде, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам.