Шәжәрәмдә һәр тармаҡ
Борон ашаған бишбармаҡ
Ауыҙ ит тәмләп тороп
Йәлләмәй һалып ҡорот
Көс булыр беләктәрҙә
Дәр булыр йөрәктәрҙә
Һәр байрам мәжлестәрҙә
Бишбармаҡ булһа өҫтәлдә
Байрамдар үтмәҫ ҡыҙыҡ
Булмаһа милли аҙыҡ
Ҡунаҡтарым тиҙ туя
Бармаҡтарын ялап ҡуя
Шәжәрәмдә һәр тармаҡ
Борон ашаған бишбармаҡ
Ауыҙ ит тәмләп тороп
Йәлләмәй һалып ҡорот
Киләм тип әйтһә ҡоҙа
Кеше һарығын сала
Кәләш баҫа ҡамырын
Ҡунаҡ ярата һалҡым
Бишбармаҡ булды әҙер
Көтөп ултырам һәҙер
Тик ашарға ярамай
Ҡоҙа тағы ла һуңлай
Шәжәрәмдә һәр тармаҡ
Борон ашаған бишбармаҡ
Ауыҙ ит тәмләп тороп
Йәлләмәй һалып ҡорот