Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һин генә, һин»
исполнителя Гульдар Ишкуватова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Саҡырымдар алыҫайып
Яҡынайта күңел араһын.
Ни тиклем яҡынлығыңды
Алыҫайғас аңланым.

Эс бошорғос ниндәй көн һуң?
Күңелем өшөй йәйге селләлә.
Боҙға әүерелмәҫ борон,
Бер йылы һүҙ йәлләмә.

Йәнем, һин миңә кәрәкһең
Һулар һауа, эсер һыу һымаҡ.
Мин мәңге йәшәрмен кеүек
Күҙеңә енә ҡарап.
Һулаған һауам да һин бит,
Һин генә, һин.

Бар сирҙән дауам да һин шул,
Һин генә, һин.
Ожмахым да, тамуғым да,
Тиңләгеһеҙ байлығым да,
Һағышым да, шатлығым да
Һин генә, һин.
Һиңә булған мөхәббәтем
Моңлонан моңло йырҙарға,
Иң-иң яҡты нурҙар һипкән
Йондоҙҙарға тиң!

Другие песни исполнителя:

  • Матурлыҡты ҡайҙан алам, тимә, Һутың булһа сәскә шытырлыҡ, Йәрәгеңдә үҫтер нәфис гөлдәр – Тормош бит ул – үҙе матурлыҡ! Күңелеңдә ҡояш балҡығанда Күҙҙәреңдә йәйғор уйнаһын, Йөрәгеңде буран урағанда Бар кешеләр яҙ тип уйлаһын! Күрә генә бел һин, нисә төҫтә Балҡығанын тормош йәйғоро, Түҙә генә бел һин, сыландырһа, Ҡара ҡайғы, һағыш ямғыры… Еңел түгел, беләм, һин еңеп сыҡ! Еңелеүҙәр булыр татырлы… Батырлыҡты ҡайҙан алам, тимә, Матур йәшәү – үҙе батырлыҡ!
  • Уттар hунде тэзерэмдэ, Басып торам бер янгызым. Азаштык таныш hукмакта, hунер булгас ник балкынын? Низэр булды hинэ, низэр? hойоу эллэ урап уттеме? Минэн бащка эллэ берэу Яратып hине уптеме? Кеше кузе тейзе микэн Наз тулы hойоуебезгэ Кейек каз юлын hайланык Булэк итеп узебезгэ. Ас тэзрэнде, тон тимэ, Йылмай, иркэм, бар донъяга. Серле тон тогролар осон, гашиктар осон мон яга.