Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ситлек»
исполнителя Рустам Гиззатуллин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ситлеккә бикләп ҡуйып, hиңә йырларға ҡуштылар,
Онот инде дуҫтарыңды, ике ҡанатлы.
Һәр бер hинең уйҙарыңа хәҙер ҙур хужалар бар.
Ҡаршы hүҙ өндәшеп ҡуйма, улар гел хаҡлы хоҡуҡ.
Байрам итә таныштарың, ирекле булыу рәхәт.
Ҡанаттарың ҡайырылhа, hине иҫкә алып,
Йырҙарыңды йырлашалар, исмаhам, шуға рәхмәт,
Тапамағас эштәреңде ҡара ергә hалып.

Ҡушымта:
Ситлектә йәшәп булмай,
Ситлектә йырлап булмай.
Ситлектә бейеп булмай,
Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр).

Нисә йылдар hине әрләп, артҡы рәткә теҙҙеләр,
Уйлаған уйҙарыңды ҡурҡып әйтә алманың.
«Ерҙе туңәрәк» тигәс эстәрен тотоп көлдөләр,
Шулай итеп бөгөнгө көндә бер үҙең ҡалдың.
Елдәр иҫә төнъяҡтарҙан, күңелемде әрнетеп,
Ләкин минең йөрәгемә үтеп инә алмай.
Ирешеп булмай дөрөҫлөккә кешеләрҙе кәмhетеп,
Уткәндәрҙе бер ҡасан кире ҡайтарып булмай.

Ҡушымта:
Ситлектә йәшәп булмай,
Ситлектә йырлап булмай.
Ситлектә бейеп булмай,
Сығарығыҙ мине ситлектән.(2 тапҡыр).

Әннә-гиҙер-генәйем!

Ҡушымта:
Ситлектә йәшәп булмай,
Ситлектә йырлап булмай.
Ситлектә бейеп булмай,
Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр).

Әннә-гиҙер-генәйем!

Ҡушымта:
Ситлектә йәшәп булмай,
Ситлектә йырлап булмай.
Ситлектә бейеп булмай,
Сығарығыҙ мине ситлектән. (2 тапҡыр).

Другие песни исполнителя:

  • Беҙ йөрөгән һуҡмаҡтарға күптән инде ҡарҙар яуған. Янып бөткән усаҡтар ҙа, тик йәшлегем иҫтә ҡалған. Хәтеремдә йәшлектәге танышыуҙар, осрашыуҙар. Таң алдынан йырлашыуҙар, өйгә тиклем оҙатыуҙар. Припев Йәшлегемә ҡайтам әле, Бер йырлап уҙам әле. Йөрәгемдең әрнеүҙәре, Бәлки, баҫылыр хәҙер. (2 раза) Һөйәм тиеп, көтәм тиеп, Әйткән һүҙҙәр ҡабатланмай. Үтте бит ул тиһәләр ҙә, Юк, йәшлегем онотолмай. Припев Йәшлегемә ҡайтам әле, Бер йырлап уҙам әле. Йөрәгемдең әрнеүҙәре, Бәлки, баҫылыр хәҙер. (2 раза)
  • припев Һиңә генә бүләк итәм Күңелемде, hөйөүемде. Әгәр бик оҙаҡҡа китhәм, Алып китермен hинең үҙеңде. Юлдарымда мин осраттым hине, hине генә. Бәхетем тим, пар ҡанатым hиңә, hиңә генә. Ҡулдарыңды мин яраттым hинең, hинең генә. Мөхәббәтем, күҙ ҡарашым бары hиңә генә. припев Һиңә генә бүләк итәм Күңелемде, hөйөүемде. Әгәр бик оҙаҡҡа китhәм, Алып китермен hинең үҙеңде. Төндәремде мин үткәрҙем hинең менән генә. Ауырлыҡты күтәрермен hинең өсөн генә. Йырҙарымды бүләк итәм hиңә, hиңә генә . Бер ҡасан да ташлап китмәм, Вәғәҙә итәм hиңә. припев Һиңә генә бүләк итәм Күңелемде, hөйөүемде. Әгәр бик оҙаҡҡа китhәм, Алып китермен hинең үҙеңде.
  • Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. Бер дуҫым машина алған, Йыуырға саҡыра. Икенсе дуҫтың бөгөн тыуған көнө, Шатланып ултыра. Шулай булғас! Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. (2 тапҡыр). Бер дуҫтың малайы тыуған, Йыуырға саҡыра. Икенсе дуҫым ҡатынын айырған, Ҡайғырып ултыра. Шулай булғас! Ҡушымта: Әрләмә һин мине, әрләмә, Бөгөн дуҫтарым менән мин бергә ял итәм. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә, Телефонда аҡса бөткән, ҡалдырып китәм. (2 тапҡыр). Әрләмә һин мине, әрләмә. Һөйләмә һин миңә, һөйләмә.
  • Хуш тип китте ул, hинең hөйөүеңде аңламай. Кире ҡайтырмын тине, үтте инде нисә ай. Иң бәхетле көндәрҙе иҫкә алаhың илап. Күпме көндәр үткәрҙең берҙән-береңде уйлап. Припев: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза) Һиңә ҡыйын, ә ул юҡ, сәстәреңдән hыйпамай. Һауа торошо шул уҡ: елдәр иҫә туҡтамай. Һуңғы хатынды алып, бәлки, ул үкhеп илар, Бәлки иртәгә килеп hиңә ошо йырҙы йырҙар. Припев: Илама йәшлегем үтә тип, Яңғыҙын, былай ҙа ауыр бит. Килер әле ул, үбер әле ул, Ысын мөхәббәтең, сабыр ит. (2 раза)

Рустам Гиззатуллин

Самое смешное, что в школе я как-то прочитал «Первый снег» в классе, выдал за есенинское. Никто, в том числе и учительница, подвоха не заметили!