Яңы яуған ҡарға баҫып
Тағы яңы йыл килә
Сыҡһам уны ҡаршыларға
Йә моңаям, йә көләм
Ябалаҡлап яуа ҡарҙар
Битемә ҡунып ирей
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй
Әллә нисек сәйер миңә?
Үткәндәрҙе оҙатыу
Мөмкинме һуң был ғүмерҙе?
Тик бер аҙға оҙайтыу
Ябалаҡлап яуа ҡарҙар
Битемә ҡунып ирей
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй
Ябалаҡлап яуа ҡарҙар
Үтте тағы бер йылы
Эшләнмәгән күпме эш бар?
Ә ҡыҫҡа ғүмер юлы
Ябалаҡлап яуа ҡарҙар
Битемә ҡунып ирей
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй
Ябалаҡлап яуа ҡарҙар
Битемә ҡунып ирей
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй
Ябалаҡлап яуа ҡарҙар
Битемә ҡунып ирей
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй
Иҫке йылдан яңы йылға
Улар ҙа күсеп йөрөй