Барыбыҙға уртаҡ йорт - өйөбөҙ ул Ер шары
Ҡайһы берҙә алыҫ илтә күккә йыһан уттары
Ерҙән алыҫ осҡанда ла, кире уға ҡайтабыҙ
Ерҙә тыуып, ерҙә үҫеп, ергә инеп ятабыҙ
Ете миллиард ярым - бөтәбеҙ ҙә өйҙәбеҙ
Күк - уртаҡ ҡыйығыбыҙ, ер - беҙгә тыуған нигеҙ
Барыбыҙға уртаҡ йорт - өйөбөҙ ул Ер шары
Унда йырлана башлап тамамланыр йырҙарым
Өйөм - минем ҡәлғәм
Өйҙә минем бар йәм
Өйөм - минем ҡәлғәм
Ул аралай мине һәр бәләнән
Өйөм - минем ҡәлғәм
Өйөмдә минем - бар ғәм
Өйөм - минем ҡәлғәм
Өйҙә рәхәт бар сит ерҙәрҙән
Бүлмәмдә винилхана, китапхана, мин хужа
Әйберҙәремә битарафлыҡ күрһәтмәйем, быға шат
Reldnah һәләтле биттарға, ә CHC тик яҙа
Илһам бар, тимәк, хыялдар тормошҡа аша
Ни сәбәпле? Иң ябай сәбәп: миңә оҡшай быныһы
Ғәҙәткә инде бит сәнғәт, тәҙрә аша ырғытып
Та, баштан сығарып та булмаҫ, постер диуарымда юҡ
Бар унда һүрәт, музыкаль үҙәк тора яҡын уға
Тәҙрәнән ни күренә ғәҙәттә? Тик хәрәкәт -
Әкәмәт шәп күренеш, әҙ генә кинәнәм, кәрәкһә
Сығам һирәк өйҙән, саҡырмай бер кем тиерлек
Нығыраҡ етдиләндем, кәйефем - Radiohead
Металл ептәр баҫмаҡтар - шулар етә бармаҡтарға
Интернетта ултырһам таңға ҡәҙәр, аҡылымдан яҙмам
Яр һалам майк алдында, күршеләр зарланмаҫ
Ятаған булыуымдан үҙем риза һаман
Музыкаһыҙ өй - тәҙрәһеҙ бүлмә
Музыкаһыҙ йорт - ҡошһоҙ урман
Музыкаһыҙ өй - тәҙрәһеҙ бүлмә
Музыкаһыҙ йорт - ҡошһоҙ урман
Өйҙә һаҡлана әйберҙәр
Өйҙә барыһы ла таныш, Чаппа әйтмешләй
Өйҙә яҡшыраҡ, ҡайҙа ғына булһаң да
Яңғыҙ йә дуҫтар ман, йәйәү йә машинала
Юҡ ямғыр, бар ҡояш, өҫ яғы сикле
Ялҡынды тояң үҙеңдә шикһеҙ
Өйҙә йылыраҡ, тимәк, уны һөй
Һөйләүем тамам, артабан һүҙһеҙ көй
Go!