Башкирский переводчик

Песня «Фортепиано (Yalagay менән)»
исполнителя Урал Аккужин.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Уҡынып, уҡынып, уҡынып сығам өйҙән мине һаҡлаған бер йыл буйы
мин ныҡ туйҙым
Һерелдәтә, һерелдәтә, һерелдәтә был һыуыҡ
мин теләнем өйрәнергә бөтмәҫ китабын уҡып йәшәргә
Ышаныс этемә ҡул һуҙам, ҡанатҡансы тешләтәм.
Икеләтә, икеләтә, икеләтә ҡыйын, сөнки күп асыҡ-асыҡ ишектәр
мин буталдым - ҡайһыһы минеке?
Һин айҙан һикерҙең ергә сәсрәйем, тип
бөткәнбеҙ болғап башты эстән иҙеп
Ер ул тетрәһен! Шул кәрәк ине!
Диңгеҙҙе гиҙер өсөн төбөнә тейгән кәмәһе
кәрәкмәне.
Шул минең теләктәрем әрәм итте.
Әллә инде, һинән буламы кеше?
Һул яҡтағы шайтаның ыржайта тешен!
Яңы ҡом алып кил ҡом сәғәтеңә
Бәлки шуға ла ваҡыт (һине) ҡол тип сәсрәтә?

hook by Kem? x Yalagay
яҡты, яҡты тыштан эстән яндым,
яҡын, яҡын
булып һин ҡал яҡын!
Ғәйепле, тип уйлап үҙемде батырам
Ҡотҡар һин зинһар, ҡотҡар һин бынан!

Аҙналар аҙналар аҙналар йүгерә спринт
Был бик ҡыҙыҡ түгел
Был бик үкенес хәл
Серле ғаләмгә һүгенеү әҙ
Сабауыл, сабауыл, сабауыл* яһау эске донъяма ғәҙәткә ингән.
Мине бит өйрәтмәнеләр тик әҙергә генә.
Ләкин беҙ әҙер кемгәлер
Күҙәтәле нисек һинең үҙгәрә телмәрең
ҡалай ғына күмһәләр, беҙ үҫәбеҙ барыбер.
Йоҡо бөтмәгән күҙеңдә ашҡаҙанда ҡыуаныс кисәгенән
Үҙеңде һин алдайһың нисәнсегә?
Һинең кәмәң шул уҡ ярға барып сәнселә.
Һин әйт миңә ҡасан һин яңы юл табырһың?
Юйып быныһын
Минең нәҙек муйынымды уйым һығыр
Ваҡыт менән икәү
Ҡомон алып кил эшләп китер сәғәтең
Һин татымаған емештәрҙе ваҡыт тәмләтер.

[Outro]

Һелтәнеп ҡасаһың яҡшылыҡтан, сөнки яҡшылыҡ алданы
Был фортепиано ҡаралы-аҡ клавишаһын ҡара әле, баҫ әле
сығарып ҡара моңон, ҡыҙығып ал әле
Был фортепиано ҡаралы-аҡ, ышанып ҡара әле, баҫ әле, баҫ әле
сығарып ҡара моңон, ҡыҙығып ал әле
Был фортепиано ҡаралы-аҡ клавишаһын ҡара әле, баҫ әле.

Был фортепиано ҡаралы-аҡ, ышанып ҡара әле, баҫ әле, баҫ әле

баҫ әле, баҫ әле (4х)
В категории: Rap & Hip-Hop