Текст песни:
Бөтә донъя ап-аҡ, бәҫ ҡуна керпеккә,
Мөғжизәне көтөп беҙ ҡарайбыҙ күккә.
Ҡапыл буран тымды, шат йылмая дуҫым,
Һәр көнөбөҙ шулай оло байрам булһын.
Ҡушымта:
Бәхеттәр генә теләп, яны йыл кила беҙгә,
Күңелдәр ҡанатлана, дуҫтарым да шатлана.
Һаумы, ҡупшы шыршы! Боҙ шыуғалаҡ сәләм,
Яңы йылдың йырын ишетһен бар Ғаләм.
Яңы йылға теләк- иң матур теләктәр.
Килер ҙә Ҡыш бабай, таратыр бүләктәр.
Ҡушымта:
Бәхеттәр генә теләп, яны йыл кила беҙгә,
Күңелдәр ҡанатлана, дуҫтарым да шатлана
Бөтә донъя ап-аҡ, бәҫ ҡуна керпеккә,
Мөғжизәне көтөп беҙ ҡарайбыҙ күккә.
Ҡапыл буран тымды, шат йылмая дуҫым,
Һәр көнөбөҙ шулай оло байрам булһын.
Ҡушымта:
Бәхеттәр генә теләп, яны йыл кила беҙгә,
Күңелдәр ҡанатлана, дуҫтарым да шатлана
Бәхеттәр генә теләп, яны йыл кила беҙгә,
Күңелле булды быйыл, hаумы, яңы йыл
эhэhэhэhэй Яңы йыл менән