Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Рәил Игеҙбаев - Тылсымлы яңы йыл»
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

1. Ап-аҡ ҡар бөртөктәре һауала өйрөлә,
Бейейҙәр гүйә ҡыштың сихри бер көйөнә,
Йондоҙҙарға ғына хас, сағыу йымылдап,
Байрам кәйефе өләшәләр беҙгә Яңы йылда!

Ҡушымта:
Тылсымлы Яңы йыл
Бәхет-шатлыҡ килтерә,
Ашмаған хыялдар ашһын тип,
Яңынан өмөт бирә.
Тылсымлы Яңы йыл,
Янымда дуҫ-туғандар,
Бер генә теләк, бер генә үтенес,
Һаулыҡҡа бай булһындар!

2. Аҡ ҡарҙай яҡтыһын ғына иҫтә ҡалдырып,
Оҙатайыҡ үткәндәрҙе, киләсәккә юл асып.
Яңы йыл - яңы сәйәхәт, яңы хәтирәләр.
Теләгеҙ, ышанығыҙ - килер яҡты көндәр!

Ҡушымта: шул уҡ