Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Туҡ-Соран - Яңы йыл менән»
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

1. Көмөш нурҙарын һибеп, Һауала ай йылмая. Көләс йөҙлө йондоҙҙарҙа Төнгө күктә шаяра. Ҡыш бабай ағас-ерҙәргә Селтәрләп мамыҡ һипте. Аҡ бәхеттәй ҡарҙар менән Яңы йыл килеп етте. Кушымта: Яңы йыл килһен беҙгә Уңыштар менән бергә. Сәләмәт-һаулыҡ,байлыҡ килтерһен. Күңелдәр булһын тоғро, Өҫтәлдәр булһын тулы. Эргәлә тик дуҫтар ултырһын. 2. Илемдә булһын тыныс, Булмаһын һистә һуғыш, Килешһен үҙ-ара дошмандар. Ғашиҡтар булһын бергә, Өлкәндәр үтһен түргә, Шатлыҡҡа күмелһен балалар. Яңы йыл килһен беҙгә Уңыштар менән бергә, Сәләмәт-һаулыҡ ,байлыҡ килтерһен. Күңелдәр булһын тоғро, Өҫтәлдәр булһын тулы. Эргәлә тик дуҫтар ултырһын!