Мөхәббәт тигән был һүҙгә һыйған бар йыһан,
Беҙ бит, иркәм, был донъяға бәхеткә тулған
Әйтәр торған һүҙҙәрем бар тик һиңә генә,
Сабыр итеп, бүлдермәйсә тик тыңла ғына
Йондоҙ булып балҡыйһың янымда,
Нурҙар булып ҡабындың янымда.
Бары һиңә бағышлайым йырҙарым
Һиңә алып баралар юлдарым
Әкиәт тылсымы барҙыр был мөхәббәттә,
Ярата белгән йөрәктәр ул мәрхәмәттә
Яратып, һөйөп йәшәргә яҙһын ғүмергә
Йән яратҡан йәрҙәр бергә ғүмергә