Уфтанма ғүмерҙәр
Яҙ кеүек үтә тип.
Сал сәсең күрһәң дә уфтанма...
Яҙ килә лә китә,
Ғүмер шулай үтә.
Уфтанма, уфтанма, уфтанма...
Уфтанма, бит һинең
Ул уҙған ғүмерең.
Уйнап-көлөп кенә уҙмаған....
Һиңә насип булған
Аҡ бәхет, ҙур шатлыҡ.
Яҡты көндәр әле уҙмаған....
Яҙ килә лә китә,
Ғүмер шулай үтә.
Уфтанма, уфтанма, уфтанма...
(Р.Ханнанов муз., халыҡ һүҙ.)