Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Зәңгәр күҙ»
исполнителя Сабина Кучаева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Зәңгәр күҙең, күҙ керпегең.
Тибрәндәреп ҡарама!
Күҙ ҡарашың уҡ шикелле
Йөрәгемә ҡаҙала.

Зәңгәр күҙҙәр, бөҙрә сәстәр -
Улар беҙгә тиң түгел.
Тиң түгелен мин дә беләм.
Өҙлөп һөйә йәш күңел!

Припев:
Эй, матур бөҙрә сәс!
Эх, йәмле зәңгәр күҙ!
Әйтмәм һиңә бәғерем
Һис ҡайсан да ауыр һүҙ. (2 раза)

Зәңгәр күҙең, күҙ керпегең.
Тибрәндәреп ҡарама!
Күҙ ҡарашың уҡ шикелле
Йөрәгемә ҡаҙала.

Зәңгәр күҙен оҡшатамын
Зәңгәр таң йондоҙона.
Бөҙрә сәсен оҡшатамын
Диңгеҙҙең тулҡынына.

Припев:
Эй, матур бөҙрә сәс!
Эх, йәмле зәңгәр күҙ!
Әйтмәм һиңә бәғерем
Һис ҡайсан да ауыр һүҙ. (2 раза)

(Н.Кучаев муз.)

Другие песни исполнителя:

  • Күпме дәрес, тәнәфестәр, Көндәлек өйгә эштәр... Китапхана, дәреслектәр, Ҡуйылмай ҡалған биштәр... Припев: Барыһы ла артта ҡалды, Һуңғы ҡыңғырау бөгөн. Онотмағыҙ тиеп зынлай Белем тау бейеклеген. (2 раза) Уҡығанда, уйнағанда Булған төрлө осраҡтар. Тәүге тапҡыр ғашик булып, Ярһып йөрөгән саҡтар. Припев: Барыһы ла артта ҡалды, Һуңғы ҡыңғырау бөгөн. Онотмағыҙ тиеп зынлай Белем тау бейеклеген. (2 раза) Тағы бер йыл үтеп китте, Артылыш ала-ала. Ауырлыҡтар онотола, Белем мәңгегә ҡала. Припев: Барыһы ла артта ҡалды, Һуңғы ҡыңғырау бөгөн. Онотмағыҙ тиеп зынлай Белем тау бейеклеген. (2 раза) Уҡытыусы моңһоу ҡарай, Ялға оҙата мәктәп. Көҙөн ҡыңғырау сынлаһа, Килегеҙ ти йәһәтләп. Припев: Барыһы ла артта ҡалды, Һуңғы ҡыңғырау бөгөн. Онотмағыҙ тиеп зынлай Белем тау бейеклеген. (2 раза)
  • Әбейҙәр ҙә, бабайҙар тәмле итеп йоҡлайҙар. Йоҡлай бесәй, йоҡлай эт, йоҡламай бары өмөт. Йоҡламай... Припев: Яҡты өмөт саҡырҙы Ҡыйыу Ҡамыр-батырҙы. Хыялдағы йондоҙға: Айҙағы Зөһрә ҡыҙға. Һин дә үҫкәс ҙур булып, Аҡбуҙатҡа атланып Елерһең йондоҙҙарға. Ай йөҙлө ер ҡыҙына. Елерһең... Припев: Әле йоҡла тиҙерәк. Батырға ла ял кәрәк. Тыныс йоҡо теләйем, Минең йән киҫәккәйем. Әлү-бәлү, бәпәйем...