1. Эштән, ҡала һороһынан
Күҙҙәр арып-талып
Сит яҡтарға йүнәлә башлайбыҙ. Ләкин,
Күҙҙәреңдән йылыраҡ сумыр диңгеҙ юҡ
Шуға оҙон юлым ята туңған Уралға.
Ҡушымта:
Пирамидалай текә тауҙан шыуырбыҙ
Пальмалай бейек шыршы уратырбыҙ
Күк диңгеҙҙәй аҡ ҡарға сумырбыҙ
Ҡайтам Уралға
Ҡайтам Уралға
2. Мейес янына ултыр
Йылынырбыҙ бергә.
Һөтлө сәйҙәрем тәмлерәк
Коктейлдәрҙән күпкә.
Һәм Ҡояштай ҡыҙартыр
эҫе ҡосаҡлауҙар,
Тик көт мине һин, йәнем,
Тиҙҙән килер ялдар.