1) Һөйөү уты күптән һүнгән ине миндә,
Яңғыҙлыҡта миңә һыуыҡ шул күңелдә,
Өмөт ҡанаттарым һынған ине осорға,
Нишләйһең, яҙмышҡайым.
Ҡараңғы донъямды яҡтыртып килдең һин
Һәм бар булған хыялдарымды ашырҙын,
Мындай бәхет осратырға мин көтмәнем,
Ул бит һин, һин, һиииин.
Ҡуш-та: Әйҙә бергә булайыҡ,
Өҙөлөп ныҡ яратайыҡ,
Һине юғалтаһы килмәй,
Һине генә йөрәк һорай.
Әйҙә бергә булайыҡ,
Өҙөлөп ныҡ яратайыҡ,
Һине юғалтаһы килмәй,
Һине генә йөрәк теләй.
2)Һинең менән бәхетем йетенсе күктә,
Күңелемә рәхәт булһаң һин янымда,
Ҡояш нуры кеүек индең һин йөрәккә,
Һөйөү ялҡынында янайыҡ беҙ бергә.
Ҡуш-та: Әйҙә бергә булайыҡ,
Өҙөлөп ныҡ яратайыҡ,
Һине юғалтаһы килмәй,
Һине генә йөрәк һорай.
Әйҙә бергә булайыҡ,
Өҙөлөп ныҡ яратайыҡ,
Һине юғалтаһы килмәй,
Һине генә йөрәк теләй.
Әйҙә бергә булайыҡ,
Мөхәбәткә сумайыҡ.
Һине мин ныҡ яратам,
Һөйөүемә уратам.