Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яндыраhын йөрәгемде»
исполнителя Ильнур Рамазанов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Был осрашыу - мөхәббәт,
Күңелдә шундай рәхәт,
Яратыу татлы икән,
Һине бәхетле итәм.

Осрашмаҫтай юлдарҙы
Йөрәк барыбер таба,
Шул саҡ һөйөү уяна, яна.

Припев:

Яндыраһың йөрәгемде,
Һинең менән мин бәхетле,
Яратамын өҙөлөп яратамын,
Йәнем.

2. Һине ҡосағыма алам,
Мәңгелек йәрең булам,
Шатлығым һин, күҙ нурым,
Берҙән - берем, матурым.

Осрашмаҫтай юлдарҙы
Йөрәк барыбер таба,
Шул саҡ һөйөү уяна, яна.

3. Мөхәббәтле был донъяла һәр бер
Йәнгә
Була үҙ йәре,
Онотолоп яратыр өсөн,
Һәм ғүмер буйы
Яндыра йөрәген.

Другие песни исполнителя:

  • 1 куплет Күзҙәр йәшерә алмаҫ - Мин һөйөүгә мохтаж, Мин һөйөүгә мохтаж... Серҙәр сиселмәйсә ҡалмас - Йоҙаҡтарҙы асҡас, Йоҙаҡтарҙы асҡас... Һинең ҡулыңа тапшырам, Йәнемде,йөрәгемде... Үтәрһең тип мин ышанам, Иң серле теләгемде... Припев: Риза булырға?.. Кире кағырға?.. Ниндәй аҙым миңә яһарға?.. Уттай янырға?.. Боҙҙай туңырға?.. Ҡайһы юлды миңә һайларға?.. 2 куплет Туҡтат сихри миҙгелде - Йөрәгем тын алһын, Йөрәгем тын алһын... Ҡабат әйтсе һүҙеңде - Хәтеремдә ҡалһын, Хәтеремдә ҡалһын... Һинең кулыңа тапшырам, Йәнемде,йөрәгемде... Үтәрһең тип мин ышанам, Иң серле теләгемде...
  • Күктән ай ҡарай, мине һағалай Ете йондоҙҙо ла минән ул аралай Төштәремә инә, йөрәкте хис итә Хыялый ҙа итә Һауала ете ҡыҙ, күҙҙәре утлы ҡыҙ Йыһан араларҙа, көтәмен янымда Күккә мин ҡарайым, айҙы ла аңлайым Меңдәр ғашиҡтар был етегән ҡыҙға Тик мин өмөт итәм хыялымды өҙмәй Ошо ерҙә көтәм
  • Юлдар күп тә, тик ниңәлер төшмәй тыуған яҡтарға. Ожмахҡа тиң булһалар ҙа күңел ятмай яттарға. Тәпәй баҫҡан тупрағымды күңел һағынып йырлай. өҙгәләнеп ашҡынһам да әлегә ҡайтып булмай. Ир-егеттең яҙмыштары тыуған ергә бәйләнә. Сит яҡтарҙа йәшәһә лә үҙ иле күңелендә. припев Тыуған ер, тыуған тупрағым саҡыра, һағындыра. Насип ит яҙмыш, иҫән һау тыуған яҡҡа ҡайтырға.
  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә.