Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һағыш»
исполнителя Ильнур Рамазанов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем,
Йылғағамы әллә һөйләйем.
Үҙеңә алғас ул һағышты,
Туҡтатыр матур йыр көйләүем.

Ҡушымта:
Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә ,
Күҙ йәше аралаш, көйләйем.
Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым,
Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем.

2)Сисәйемме әллә серемде,
Башымды һыйпаған елдәргә.
Елбәгә ел бахыр йүгереп,
Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә.

Ҡушымта: шул уҡ

3)Һөйләйемме әллә һағышты,
Күргән кисергән еремә.
Һағыштан сәскәләр һарғайыр,
Ер өҫтө күмелер әремгә.

Ҡушымта: шул уҡ

Другие песни исполнителя:

  • Һиңә, тиеп, иркәм, Алма йыям, иртән. Көн дә һине көтәм, Күрешербеҙ микән? Татлы иренеңдә Алмаларҙың тәме. Наҙлы күҙҙәреңә Һыйған донъя йәме. Припев: Һөйөү алмалары, Ирендә- балдары, Татлы хуш еҫтәре, Ҡыҙыл, алдары… Һөйөү алмалары, Хистәрҙең ҡайнары- Яндыра, көйҙөрә Ғашиҡ йәндәрҙе. Һиңә, тиеп, иркәм, Алма йыям, иртән, Татлы йәрем булып Янда ҡалһаң икән. Һинең менән генә Минең донъям йәмле, Һөйөү илдәрендә Бергә ҡалайыҡ әле.
  • 1.Был осрашыу - мөхәббәт, Күңелдә шундай рәхәт, Яратыу татлы икән, Һине бәхетле итәм. Осрашмаҫтай юлдарҙы Йөрәк барыбер таба, Шул саҡ һөйөү уяна, яна. Припев: Яндыраһың йөрәгемде, Һинең менән мин бәхетле, Яратамын өҙөлөп яратамын, Йәнем. 2. Һине ҡосағыма алам, Мәңгелек йәрең булам, Шатлығым һин, күҙ нурым, Берҙән - берем, матурым. Осрашмаҫтай юлдарҙы Йөрәк барыбер таба, Шул саҡ һөйөү уяна, яна. 3. Мөхәббәтле был донъяла һәр бер Йәнгә Була үҙ йәре, Онотолоп яратыр өсөн, Һәм ғүмер буйы Яндыра йөрәген.
  • Юлдар күп тә, тик ниңәлер төшмәй тыуған яҡтарға. Ожмахҡа тиң булһалар ҙа күңел ятмай яттарға. Тәпәй баҫҡан тупрағымды күңел һағынып йырлай. өҙгәләнеп ашҡынһам да әлегә ҡайтып булмай. Ир-егеттең яҙмыштары тыуған ергә бәйләнә. Сит яҡтарҙа йәшәһә лә үҙ иле күңелендә. припев Тыуған ер, тыуған тупрағым саҡыра, һағындыра. Насип ит яҙмыш, иҫән һау тыуған яҡҡа ҡайтырға.