Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Риза»
исполнителя Ильнур Рамазанов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1 куплет
Күзҙәр йәшерә алмаҫ -
Мин һөйөүгә мохтаж,
Мин һөйөүгә мохтаж...
Серҙәр сиселмәйсә ҡалмас -
Йоҙаҡтарҙы асҡас,
Йоҙаҡтарҙы асҡас...

Һинең ҡулыңа тапшырам,
Йәнемде,йөрәгемде...
Үтәрһең тип мин ышанам,
Иң серле теләгемде...

Припев:
Риза булырға?..
Кире кағырға?..
Ниндәй аҙым миңә яһарға?..
Уттай янырға?..
Боҙҙай туңырға?..
Ҡайһы юлды миңә һайларға?..

2 куплет
Туҡтат сихри миҙгелде -
Йөрәгем тын алһын,
Йөрәгем тын алһын...
Ҡабат әйтсе һүҙеңде -
Хәтеремдә ҡалһын,
Хәтеремдә ҡалһын...

Һинең кулыңа тапшырам,
Йәнемде,йөрәгемде...
Үтәрһең тип мин ышанам,
Иң серле теләгемде...

Другие песни исполнителя:

  • Иртә менән күңелде Иретәң, Ирендәреңдең тәме Татлы сейә, Бер генә йылмайыу, Яғымлы йөҙөң- Минең шатлығым. 2.О-оу, Гөлләмәләр ҡулыңда, Үҙең дә Матур,наҙлы,татлы бул Гел генә, Мин һине яратам, Иң нурлы гөлөм, Ҡояш нуры һин. Припев: Беҙ бергә,бергә, Татлы мөхәббәт беҙҙә, Күҙҙәрең Йондоҙҙар кеүек кенә Һөйөүем,һөйөүемә, Бәхетем,бәхетемә Мәңгелек йәрем бул
  • 1.Был осрашыу - мөхәббәт, Күңелдә шундай рәхәт, Яратыу татлы икән, Һине бәхетле итәм. Осрашмаҫтай юлдарҙы Йөрәк барыбер таба, Шул саҡ һөйөү уяна, яна. Припев: Яндыраһың йөрәгемде, Һинең менән мин бәхетле, Яратамын өҙөлөп яратамын, Йәнем. 2. Һине ҡосағыма алам, Мәңгелек йәрең булам, Шатлығым һин, күҙ нурым, Берҙән - берем, матурым. Осрашмаҫтай юлдарҙы Йөрәк барыбер таба, Шул саҡ һөйөү уяна, яна. 3. Мөхәббәтле был донъяла һәр бер Йәнгә Була үҙ йәре, Онотолоп яратыр өсөн, Һәм ғүмер буйы Яндыра йөрәген.
  • Һиңә, тиеп, иркәм, Алма йыям, иртән. Көн дә һине көтәм, Күрешербеҙ микән? Татлы иренеңдә Алмаларҙың тәме. Наҙлы күҙҙәреңә Һыйған донъя йәме. Припев: Һөйөү алмалары, Ирендә- балдары, Татлы хуш еҫтәре, Ҡыҙыл, алдары… Һөйөү алмалары, Хистәрҙең ҡайнары- Яндыра, көйҙөрә Ғашиҡ йәндәрҙе. Һиңә, тиеп, иркәм, Алма йыям, иртән, Татлы йәрем булып Янда ҡалһаң икән. Һинең менән генә Минең донъям йәмле, Һөйөү илдәрендә Бергә ҡалайыҡ әле.
  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә.