Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һөйөү алмалары»
исполнителя Ильнур Рамазанов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һиңә, тиеп, иркәм,
Алма йыям, иртән.
Көн дә һине көтәм,
Күрешербеҙ микән?
Татлы иренеңдә
Алмаларҙың тәме.
Наҙлы күҙҙәреңә
Һыйған донъя йәме.
Припев:
Һөйөү алмалары,
Ирендә- балдары,
Татлы хуш еҫтәре,
Ҡыҙыл, алдары…
Һөйөү алмалары,
Хистәрҙең ҡайнары-
Яндыра, көйҙөрә
Ғашиҡ йәндәрҙе.

Һиңә, тиеп, иркәм,
Алма йыям, иртән,
Татлы йәрем булып
Янда ҡалһаң икән.
Һинең менән генә
Минең донъям йәмле,
Һөйөү илдәрендә
Бергә ҡалайыҡ әле.

Другие песни исполнителя:

  • 1)Төн йөҙө ай барҙа, ер йөҙө гөл барҙа йәм. Нурлана, йырлана, яҡтыра бар ғәләм. Ел иҫә наҙлыраҡ, ҡояшта яҡтыраҡ нур. Хистәргә күмелеп, яныңа мин киләм. Ҡушымта: Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай. Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүөң шундай. Елдәр ҙә наҙлыраҡ, ҡояш та яҡтыраҡ бит. Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай. 2) Һин барҙа, мин бармын. Мин барҙа, һин барһың, кил. Яратам, һағынам, һыуҙарһыҙ кипкән гөл. Йондоҙҙар балҡышы, йылғалар ағышы-һин. Йөрәгем яныуҙан, ҡалғаны бары көл. Ҡушымта: Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай, Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүең шундай, Елдәр ҙә наҙлыра, ҡояшта яҡтыра бит, Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай.
  • 1.Был осрашыу - мөхәббәт, Күңелдә шундай рәхәт, Яратыу татлы икән, Һине бәхетле итәм. Осрашмаҫтай юлдарҙы Йөрәк барыбер таба, Шул саҡ һөйөү уяна, яна. Припев: Яндыраһың йөрәгемде, Һинең менән мин бәхетле, Яратамын өҙөлөп яратамын, Йәнем. 2. Һине ҡосағыма алам, Мәңгелек йәрең булам, Шатлығым һин, күҙ нурым, Берҙән - берем, матурым. Осрашмаҫтай юлдарҙы Йөрәк барыбер таба, Шул саҡ һөйөү уяна, яна. 3. Мөхәббәтле был донъяла һәр бер Йәнгә Була үҙ йәре, Онотолоп яратыр өсөн, Һәм ғүмер буйы Яндыра йөрәген.
  • Дуҫлыҡты һынай уртаҡ һөйөү хисе Мин бит тәүҙә уны осраттым юлымдан китсе Йөрәгем өс өлөшкә телгеләнде Яратыуға һәм дуҫлыҡҡа урын етмәне Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм Теленгән йөрәк, өс өлөшкә Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке Күҙемдән күрәм һин уға беректең Мин ышанам, тик яратам Телеп йөрәкте Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм Теленгән йөрәк, өс өлөшкә Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке
  • 1. Күңелдәрең бикле минең өсөн, Ә хистәрең миңә иш түгел. Мөхәббәтем йәтем, яуаптар юҡ, Һыҙлана ла тора йәш күңел. Ҡушымта: Яратманың, яратманың мине, Күңел ярам яна әрнеүҙән. Тик һаман да һинең һөйөүеңә, Өмөт итәм әле, мин түҙәм. 2. Күңелдәрең бикле һөйөүемә, Хистәремде күрмәй үтәһең. Ә шулай ҙа йондоҙ атылғанда, Теләк теләп өмөт итәмен. Ҡушымта: Яратманың, яратманың мине, Күңел ярам яна әрнеүҙән. Тик һаман да һинең һөйөүеңә, Өмөт итәм әле, мин түҙәм.