Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Серле һылыу»
исполнителя Ильнур Рамазанов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1)Йырҙарымды һиңә арнап,
Сәхнәләрҙән торам ҡарап,
Аңлайһыңмы, хисемде,
Донъялағы иң сибәр ҡыҙ.
Ҡараштарың - ҡайнар ут ул,
Әйтсе миңә, миңә исемең.

Ҡушымта:
Бир ҡулыңды серле һылыу,
Оялма һин, булсы ҡыйыу.
Көтәм һинән тик бер һүҙең,
Яулатырлыҡ күңел күген.

2)Матур итеп ҡараның да,
Йөрәктә ут ҡабыҙҙың да.
Үтеп киттең янымдан,
Тәү ҡараштан ғашиҡ булдым.
Һинән генә хәҙер уйым,
Сулпаным һин таңымда.

Ҡушымта:
Бир ҡулыңды серле һылыу,
Оялма һин, булсы ҡыйыу.
Көтәм һинән тик бер һүҙең,
Яулатырлыҡ күңел күген.

Клип к песне:

Другие песни исполнителя:

  • 1)Ҡойоп ямғыр яуғайны ул төндө. Һин ҡушылып иланың, иланың. Йәш-йәш тама күҙҙәремдән, йәлләмә. Үҙең һайлаған йәрҙе, һөй әйҙә. Ҡушымта: Һин аңларһың, аңларһың, һуңлап ҡына. Тик бер күрешеү өсөн, өҙөлөр йөрәгең, тик булмаҫ кәрәгең. Һин-һин күңелдән үҙең, ҡабыҙып һүндергән, йондоҙҙо эҙләйһең. Мөхәббәтте ваҡыт йәшерҙе, йәнем. 2)Күңел әрнеп һыҙлауын күрһәтмәм. Һарғайһам да һағынып, һағынып. Юҡ-юҡ юлһыҙ юғалайыҡ ямғырҙа. Тамсы йөрәккә ҡамсы, ҡас һин. Ҡушымта: Һин аңларһың, аңларһың, һуңлап ҡына. Тик бер күрешеү өсөн, өҙөлөр йөрәгең, тик булмаҫ кәрәгең. Һин-һин күңелдән үҙең, ҡабыҙып һүндергән, йондоҙҙо эҙләйһең. Мөхәббәтте ваҡыт йәшерҙе, йәнем.
  • Төндә йоҡо белмәйем, Йондоҙ күҙләйем. Күңелдәге серемде айға һөйләйем. Йөрәгемә тынғы юҡ, Ә һөйөүем янған ут. Ғашиҡ булдым тағы-тағы Күрше ҡыҙына Кил әле, кил әле, Беҙ икебеҙ тиң әле, Кил әле, кил әле, Күңел моңона. Кил әле, кил әле, Һиндә тормошом йәме, йөрәгем түрендә Хистәр талпына Уйлағаным ул ғына, Күҙем алдында. Әйтер инем хисемде Килһә яныма. Ә ул һаман аңламай, Улай бит һуң ярамай. Осрашыуҙар көтө-көтә Түҙемлек бөтә.
  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә.