Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Теленгән йөрәк»
исполнителя Ильнур Рамазанов.
Скачать или слушать онлайн

Премьера песни: 2019-07-12

Текст песни:

Дуҫлыҡты һынай уртаҡ һөйөү хисе
Мин бит тәүҙә уны осраттым юлымдан китсе
Йөрәгем өс өлөшкә телгеләнде
Яратыуға һәм дуҫлыҡҡа урын етмәне
Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә
Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә
Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм

Теленгән йөрәк, өс өлөшкә
Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем
Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке

Күҙемдән күрәм һин уға беректең
Мин ышанам, тик яратам Телеп йөрәкте
Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә
Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә
Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм

Теленгән йөрәк, өс өлөшкә
Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем
Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке

Другие песни исполнителя:

  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә.
  • Төндә йоҡо белмәйем, Йондоҙ күҙләйем. Күңелдәге серемде айға һөйләйем. Йөрәгемә тынғы юҡ, Ә һөйөүем янған ут. Ғашиҡ булдым тағы-тағы Күрше ҡыҙына Кил әле, кил әле, Беҙ икебеҙ тиң әле, Кил әле, кил әле, Күңел моңона. Кил әле, кил әле, Һиндә тормошом йәме, йөрәгем түрендә Хистәр талпына Уйлағаным ул ғына, Күҙем алдында. Әйтер инем хисемде Килһә яныма. Ә ул һаман аңламай, Улай бит һуң ярамай. Осрашыуҙар көтө-көтә Түҙемлек бөтә.
  • 1)Йырҙарымды һиңә арнап, Сәхнәләрҙән торам ҡарап, Аңлайһыңмы, хисемде, Донъялағы иң сибәр ҡыҙ. Ҡараштарың - ҡайнар ут ул, Әйтсе миңә, миңә исемең. Ҡушымта: Бир ҡулыңды серле һылыу, Оялма һин, булсы ҡыйыу. Көтәм һинән тик бер һүҙең, Яулатырлыҡ күңел күген. 2)Матур итеп ҡараның да, Йөрәктә ут ҡабыҙҙың да. Үтеп киттең янымдан, Тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Һинән генә хәҙер уйым, Сулпаным һин таңымда. Ҡушымта: Бир ҡулыңды серле һылыу, Оялма һин, булсы ҡыйыу. Көтәм һинән тик бер һүҙең, Яулатырлыҡ күңел күген.
  • 1)Төн йөҙө ай барҙа, ер йөҙө гөл барҙа йәм. Нурлана, йырлана, яҡтыра бар ғәләм. Ел иҫә наҙлыраҡ, ҡояшта яҡтыраҡ нур. Хистәргә күмелеп, яныңа мин киләм. Ҡушымта: Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай. Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүөң шундай. Елдәр ҙә наҙлыраҡ, ҡояш та яҡтыраҡ бит. Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай. 2) Һин барҙа, мин бармын. Мин барҙа, һин барһың, кил. Яратам, һағынам, һыуҙарһыҙ кипкән гөл. Йондоҙҙар балҡышы, йылғалар ағышы-һин. Йөрәгем яныуҙан, ҡалғаны бары көл. Ҡушымта: Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай, Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүең шундай, Елдәр ҙә наҙлыра, ҡояшта яҡтыра бит, Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай.