Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һинең дә һөйөүең шундай»
исполнителя Ильнур Рамазанов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1)Төн йөҙө ай барҙа, ер йөҙө гөл барҙа йәм.
Нурлана, йырлана, яҡтыра бар ғәләм.
Ел иҫә наҙлыраҡ, ҡояшта яҡтыраҡ нур.
Хистәргә күмелеп, яныңа мин киләм.

Ҡушымта:
Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай.
Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүөң шундай.
Елдәр ҙә наҙлыраҡ, ҡояш та яҡтыраҡ бит.
Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай.

2) Һин барҙа, мин бармын.
Мин барҙа, һин барһың, кил.
Яратам, һағынам, һыуҙарһыҙ кипкән гөл.
Йондоҙҙар балҡышы, йылғалар ағышы-һин.
Йөрәгем яныуҙан, ҡалғаны бары көл.

Ҡушымта:
Минең дә, минең дә, минең дә һөйөүөм шундай,
Һинең дә, һинең дә, һинең дә һөйөүең шундай,
Елдәр ҙә наҙлыра, ҡояшта яҡтыра бит,
Күҙемә ҡара ла шатланып донъяға йылмай.

Другие песни исполнителя:

  • Күктән ай ҡарай, мине һағалай Ете йондоҙҙо ла минән ул аралай Төштәремә инә, йөрәкте хис итә Хыялый ҙа итә Һауала ете ҡыҙ, күҙҙәре утлы ҡыҙ Йыһан араларҙа, көтәмен янымда Күккә мин ҡарайым, айҙы ла аңлайым Меңдәр ғашиҡтар был етегән ҡыҙға Тик мин өмөт итәм хыялымды өҙмәй Ошо ерҙә көтәм
  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә. Ҡушымта: шул уҡ
  • Юлдар күп тә, тик ниңәлер төшмәй тыуған яҡтарға. Ожмахҡа тиң булһалар ҙа күңел ятмай яттарға. Тәпәй баҫҡан тупрағымды күңел һағынып йырлай. өҙгәләнеп ашҡынһам да әлегә ҡайтып булмай. Ир-егеттең яҙмыштары тыуған ергә бәйләнә. Сит яҡтарҙа йәшәһә лә үҙ иле күңелендә. припев Тыуған ер, тыуған тупрағым саҡыра, һағындыра. Насип ит яҙмыш, иҫән һау тыуған яҡҡа ҡайтырға.
  • Дуҫлыҡты һынай уртаҡ һөйөү хисе Мин бит тәүҙә уны осраттым юлымдан китсе Йөрәгем өс өлөшкә телгеләнде Яратыуға һәм дуҫлыҡҡа урын етмәне Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм Теленгән йөрәк, өс өлөшкә Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке Күҙемдән күрәм һин уға беректең Мин ышанам, тик яратам Телеп йөрәкте Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм Теленгән йөрәк, өс өлөшкә Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке