Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яратманың мине»
исполнителя Ильнур Рамазанов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Күңелдәрең бикле минең өсөн,
Ә хистәрең миңә иш түгел.
Мөхәббәтем йәтем, яуаптар юҡ,
Һыҙлана ла тора йәш күңел.

Ҡушымта:
Яратманың, яратманың мине,
Күңел ярам яна әрнеүҙән.
Тик һаман да һинең һөйөүеңә,
Өмөт итәм әле, мин түҙәм.

2. Күңелдәрең бикле һөйөүемә,
Хистәремде күрмәй үтәһең.
Ә шулай ҙа йондоҙ атылғанда,
Теләк теләп өмөт итәмен.

Ҡушымта:
Яратманың, яратманың мине,
Күңел ярам яна әрнеүҙән.
Тик һаман да һинең һөйөүеңә,
Өмөт итәм әле, мин түҙәм.

Другие песни исполнителя:

  • Дуҫлыҡты һынай уртаҡ һөйөү хисе Мин бит тәүҙә уны осраттым юлымдан китсе Йөрәгем өс өлөшкә телгеләнде Яратыуға һәм дуҫлыҡҡа урын етмәне Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм Теленгән йөрәк, өс өлөшкә Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке Күҙемдән күрәм һин уға беректең Мин ышанам, тик яратам Телеп йөрәкте Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм Теленгән йөрәк, өс өлөшкә Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке
  • Төндә йоҡо белмәйем, Йондоҙ күҙләйем. Күңелдәге серемде айға һөйләйем. Йөрәгемә тынғы юҡ, Ә һөйөүем янған ут. Ғашиҡ булдым тағы-тағы Күрше ҡыҙына Кил әле, кил әле, Беҙ икебеҙ тиң әле, Кил әле, кил әле, Күңел моңона. Кил әле, кил әле, Һиндә тормошом йәме, йөрәгем түрендә Хистәр талпына Уйлағаным ул ғына, Күҙем алдында. Әйтер инем хисемде Килһә яныма. Ә ул һаман аңламай, Улай бит һуң ярамай. Осрашыуҙар көтө-көтә Түҙемлек бөтә.
  • Юлдар күп тә, тик ниңәлер төшмәй тыуған яҡтарға. Ожмахҡа тиң булһалар ҙа күңел ятмай яттарға. Тәпәй баҫҡан тупрағымды күңел һағынып йырлай. өҙгәләнеп ашҡынһам да әлегә ҡайтып булмай. Ир-егеттең яҙмыштары тыуған ергә бәйләнә. Сит яҡтарҙа йәшәһә лә үҙ иле күңелендә. припев Тыуған ер, тыуған тупрағым саҡыра, һағындыра. Насип ит яҙмыш, иҫән һау тыуған яҡҡа ҡайтырға.