Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тыуган ер»
исполнителя Ильнур Рамазанов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Юлдар күп тә, тик ниңәлер
төшмәй тыуған яҡтарға.
Ожмахҡа тиң булһалар ҙа
күңел ятмай яттарға.

Тәпәй баҫҡан тупрағымды
күңел һағынып йырлай.
өҙгәләнеп ашҡынһам да
әлегә ҡайтып булмай.

Ир-егеттең яҙмыштары
тыуған ергә бәйләнә.
Сит яҡтарҙа йәшәһә лә
үҙ иле күңелендә.

припев
Тыуған ер, тыуған тупрағым
саҡыра, һағындыра.
Насип ит яҙмыш, иҫән һау
тыуған яҡҡа ҡайтырға.

Другие песни исполнителя:

  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә.
  • Төндә йоҡо белмәйем, Йондоҙ күҙләйем. Күңелдәге серемде айға һөйләйем. Йөрәгемә тынғы юҡ, Ә һөйөүем янған ут. Ғашиҡ булдым тағы-тағы Күрше ҡыҙына Кил әле, кил әле, Беҙ икебеҙ тиң әле, Кил әле, кил әле, Күңел моңона. Кил әле, кил әле, Һиндә тормошом йәме, йөрәгем түрендә Хистәр талпына Уйлағаным ул ғына, Күҙем алдында. Әйтер инем хисемде Килһә яныма. Ә ул һаман аңламай, Улай бит һуң ярамай. Осрашыуҙар көтө-көтә Түҙемлек бөтә.
  • 1)Мин бит һинһеҙ яңгыҙ ҡош һымаҡ Һинән башҡа оса алмам, Уйҙарымда минең һин һаман Мин әле лә һин тип янам. Пр: Һин булһаң яндарымда, Йылмайһаң алдарымда, Яҡтыра бөтә донъя Бәхетем һинең ҡулда. Мөхәббәт - шундай көслө, Мөхәббәт - шундай хисле, Хыялыйлар буламын Көнө- төнө уйлап һине. 2)Беҙ осорбыҙ әле бер заман Парлап осҡан коштар һымаҡ, Тик әлегә яңгыҙым һаман Һине уйлап мин моңланам.
  • 1)Ҡойоп ямғыр яуғайны ул төндө. Һин ҡушылып иланың, иланың. Йәш-йәш тама күҙҙәремдән, йәлләмә. Үҙең һайлаған йәрҙе, һөй әйҙә. Ҡушымта: Һин аңларһың, аңларһың, һуңлап ҡына. Тик бер күрешеү өсөн, өҙөлөр йөрәгең, тик булмаҫ кәрәгең. Һин-һин күңелдән үҙең, ҡабыҙып һүндергән, йондоҙҙо эҙләйһең. Мөхәббәтте ваҡыт йәшерҙе, йәнем. 2)Күңел әрнеп һыҙлауын күрһәтмәм. Һарғайһам да һағынып, һағынып. Юҡ-юҡ юлһыҙ юғалайыҡ ямғырҙа. Тамсы йөрәккә ҡамсы, ҡас һин. Ҡушымта: Һин аңларһың, аңларһың, һуңлап ҡына. Тик бер күрешеү өсөн, өҙөлөр йөрәгең, тик булмаҫ кәрәгең. Һин-һин күңелдән үҙең, ҡабыҙып һүндергән, йондоҙҙо эҙләйһең. Мөхәббәтте ваҡыт йәшерҙе, йәнем.