Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Rena Rnt.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Rena Rnt

Rena Rnt – появился на башкирской эстраде как глоток свежего воздуха. Музыка, которая «качает», тексты со смыслом, интересные клипы сразу полюбились слушателям.
  • 1. Нисек йәшәргә беҙҙе бер кем дә өйрәтмәй, Ҡайҙа атларға беҙгә бер кем дә күрһәтмәй. Беҙҙең тормошто башҡалар һис тә үҙгәртмәй Тик беҙ белгәнде хәтерҙән башҡалар иҫләтмәй. Теләгән ереңде күрмәүең- һинең ғәйеп. Ышанма тормошҡа үткәнгә биреп хәйер. Үҙеңдән башҡалар бирмәҫтәр һиңә яуап Ни өсөн ятаһың бер үк һауаға ҡарап? Припев: Ҡыуанам! Был донъяға! Нимәнән, миңә ҡурҡырға!? Алдымда, бөтә донъя! Йүгерәм, уны тоторға! 2. Бер кем дә этмәҫ артыңдан һине үргә Тик һинең теләк кәрәк барын күрергә. Тормош калыпхыз- э хин янгыз уйынсы Йүгер бейеккй иң текә ҡаяны алғансы Һинең аҙымды бер кем дә ятып үлсәмәй, Яҙа баҫҡанһың тип бер кем һине әрләмәй Һин генә хөкөмсө үҙеңдең тормошоңда Үҙ ҡәләмең менән яҙ яҙмышыңды
  • Это что Каймак? Нет, это не Каймак, нет Это что Катык? Нет, это не Катык, нет Может это Тан? Нет это не Тан, нет Ну, а тогда что? Это же Корот Это же Корот Это же Корот Это что Айран? Нет, это не Айран, нет Это что Кумыс? Нет, это не Кумыс нет Может молоко? Нет, нет не молоко, нет Ну, а тогда что? Это же Корот Это же Корот Это же Корот
  • Тәҙрәгә ҡарап йәштәренде һөртөп илайхын Бер етем бала көн һайын көтә узенен әсәһен. Ғаилә йылыһын хин һәр вакып тойоп йэшэйхен Етем баланың был ауыр гумерзэ килә йәшәйһе. иртә менән яңы өмөттәр яны хыял куян максаттар Тик йөрәгендэ хинен яраларын э кунелендэ ябыҡ ишектәр, Лэкин хаман етем бала хыялдарзы һаҡлап ойзэ ултыра Кон хайын эсэхен тошондэ курэ иртэ хайын йэштэрен хортэ Бында юғалған йәшәүҙең йәме сыйылган Тик эсе тэмен безгэ тормош кустэнэс килтергэн Әсәйем тиеп өндәшергә унын бер хыял Үтенеп теләй баланың йәне Алла бабайзан Урамда йөрөй балалар куз алдында башҡа ғаиләләр, Әсәй тип ондэшэ улар һөйөп кулдарзы бергэ тоталар Шул һүҙҙәр кескәй етемдең йөрәген яндыралар Йорэкте Киҫәккә бүлеп янгыз баланын кунелен утҡа һалалар.
  • Тағын илайһың, ҡырып кәйефте Беләм - үҙем ғәйепле. Ҡысҡырам һиңә барлыҡ асыуға Яныңда егеттәр булһа Беләм, һиңә ҡаты ҡағылам Янымдан китһәң- һағынам. Тик көнләшеүҙе тыя алмайым Һиңә ҡыйын, аңлайым 2. Иғтибарыңды йүнәлт хин тик миңә Йөрәгеңдә мин генә Һинең өсөн мин булам бар донъя Әгәр булһаң янымда Ғәфү ит, башҡа әйтмәм ауыр һүҙ К өнләшһәм, зинһар түҙ Бар һөйөүеңде бүлһәң тик миңә Минең уйҙар булыр хиндэ Ҡушымта: Һин һәм мин, был донъяла Йәшәйбеҙ, тик бер генә Ҡулымды, ысҡындырма Йөрәгемдә, тик һин генә...
  • 1.Ҡоштар оса һауала, Ҡояш битте йылыта, Ритм беҙҙе бейетә Һинең боҙҙо иретә. Көнсығыштан ел иҫә, Хистәр беҙҙе иҫертә, Күбәләктәр эстәрҙә Күтәрәләр күктәргә. Припев: Иртәнсәк һинең менән мин уянам, Йылынам яҙғы яҡты ҡояштың нурында. Һалҡын шишмәнең һыуында йыуынам, Теләк теләйем күктә атылған йондоҙға! 2. Сиңерткәләр уяна Башҡалар йоҡлағанда Сыңлайҙар таң атҡансы, Ҡояш апай торғансы. Бөтә ерҙән моң аға, Бөтәһе күңел аса. Һауалағы болоттар Ҡайҙалыр ашығалар. Припев: Иртәнсәк һинең менән мин уянам, Йылынам яҙғы яҡты ҡояштың нурында. Һалҡын шишмәнең һыуында йыуынам, Теләк теләйем күктә атылған йондоҙға!
  • 1 КУПЛЕТ Меңләп фекерҙәр көн һайын мине баҫтыра, Һәр бер кеше үҙенекен аңлатырға тырыша. Күңел асырға бер кемдән дә оялма; Буш урындар күп, әйҙә ултыр, дуҫым, яныма. Һәр бер нәмәгә ҡыуанып беҙ онотолдоҡ, Бәхет ҡошон тырыштыҡ, ләкин тота алманыҡ. "Башҡорт" тип күкрәк һуғыуҙар беҙҙе ялҡытты, Бергәләп яңы юлдар табырға ваҡыт етте. ПРИПЕВ (X2): Барыбер кем нимә әйтә: Юлыңды күңел күрһәтә. Бергәләп дуҫтарым, ғаиләм; Барам мин донъя яуларға. 2 КУПЛЕТ Һәр заманда ла булыр өр яңы талаптар, Уратҡандар һәр ваҡыт нимәлер һинән һорар. Еңеп сығырһың, һин бүлмәһәң ихтибар, Шул саҡта бөтән ерҙән һинең һүҙең яңғырар. Юғары һүҙҙәрҙе һөйләү заманы үтте, Кескәй аҙымдар эшләү ваҡыты инде етте. Һинең сәйәсәтте йәштәр бәлки һайламаҫ, Күптәр һинең һайлаған юлыңды аңламаҫ. ПРИПЕВ (X4): Барыбер кем нимә әйтә: Юлыңды күңел күрһәтә. Бергәләп дуҫтарым, ғаиләм; Барам мин донъя яуларға.
  • Һиңә нимәнәндер кәрәк башларға, Йөрәк һәр саҡ ышана бары яҡшыға. Ҡайҙа булыр инем, кем белә, Ышанысым булмаһа өмөткә. Йәштәрең оҡшамай бер саҡ - бер кемгә, Уфтаныуың кәрәкмәй һәр саҡ - һис кемгә, Ышанысың һинең мәңгегә Берҙән-бер терәгең ул ғүмергә. 2. Бәлки күренәлер һинең күҙеңә Алтын балаҫ юлыңа бер саҡ түшәлһә, Ысынында етһәң был үргә, танауыңды күтәрмә. Ҡайҙарҙа булыр инем кем белә, Ышанысым булмаһа яҡты өмөткә Ҡайҙа ҡалыр инем кем белгән, Ҡолаҡ Һалһам кешеләр һүҙенә. Припев: Минең ҡулда - һинең ҡул, Әйҙә артымдан - донъя ҙур! Яҡыныраҡ, эргәмдә бул, Тормоштоң йәмен күр!
  • Һәр көн иртән торғанда, Башымда көйҙәр бар. Һәм минең бөтә донъяға, Йырлар моңдарым бар. Һин тик уйланып ҡына ҡара кеше, Тауышым көслө түгел, тик һин мине ишет. Был донъя һинең өйөң һәм һинең бишек, Дуҫ ҡатып торма һиңә асыҡ бөтә ишек Башыңды эймә әйҙә минең менән бергә Алға һәм тик алға бәхет тауына менергә. Алһыуланып яңы тыуған ҡояшты күрергә Яңы мөмкинселектәргә табан йүгерергә. Һәр бер таңым миңә өмөт бүләк итә, Ҡараңғы төн менән бар шиктәрем китә. Изге маҡсат, яҡшы кәйеф булһа - етә Бейек текә үрҙәр мине алда көтә Әйҙә йылмай ҡыуанысың бик йоғошло Сағыу буяуҙарға батыр был тормошто. Тыңла йөрәгеңде тура юл күрһәтер, Ҡулдарыңда ҡәләм, ә ғүмер - һүрәтең.
  • Китәм тағын алыҫтарға һине ҡалдырып, Ҡалаһың бошоноп, әсәй, мине ҡайғыртып Көтөрһөң һин таңға ҡәҙәр булһам юлымда Хәлең килһә булыр инең һәр саҡ янымда. Бөтә ҡайғы-хәсрәттәрҙән һәр саҡ аралап Туҡтамайһың йөрәгеңде үҙеңдең яралап. Ҡыйын миңә иҫкә төшһә иҫәр үҫмер сағым, күпме сәстәрең ағарҙы мин ҡайтмаған һайын Күгәргән битемде күреп күҙең йәшләнде Минең уңышһыҙлыҡтарға йәнең өҙгөләнде Улың- дәрүиш, тора алмай һис бер урында, Мин яратам һине әсәй, шуны онотма Нимәләр генә ҡылһам да һин һәр саҡ аңлайһың, Күңелде бушатҡан саҡта бүлдермәй тыңлайһың. Тик ниҙәр һинең күңелеңдә - юҡ һорағаным, Мин бит һәр саҡ юлда, бына- китәмен тағын.
  • Ҡушымта: Барам уның яндарына Артҡа ҡарамай. Бирешергә был уйында Миңә ярамай. Борма юлдар, ташҡан һыуҙар Беҙҙең арала. Булыр өсөн яҡыныраҡ Ҡурҡыу юғала. 1-се куплет: Һәр бер көнөм әйтерһең дә Иң һуңғы бәйге. Туҡтамайса һаман сабам Янына мәңге. Бирешергә юҡ уйымда Барған юлымда Йылдар илтә хыялыма Тотоп ҡулымдан 2-се куплет: Араларҙа беҙҙең һаман Меңәр саҡрымдар. Бер ҡараһаң ул алыҫта Йәки яҡында. Килер бер көн мин булырмын Уның янында Бөтә булмышым ялманыр Сағыу ялҡынға.
  • 1 куплет: Хәтереңдә гел тере Үткәндең иҫкән еле. Булғанда ҡулдар ҡулда, Иң бәхетле донъяла Припев: Йылы тәнеңде һыйпап, Йөрәк тибешен тыңлап, Ҡосағыма мин алам Һинең яныңда ҡалам. 2 куплет: Һинең күҙҙәр ҡарайҙар Күптән һөйөп башҡаға. Тик төнөн яңғыҙ ҡалһаң, Тағын асыла яра Припев: Йылы тәнеңде һыйпап, Йөрәк тибешен тыңлап, Ҡосағыма мин алам Һинең яныңда ҡалам.