Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡайтмаған һайын»
исполнителя Rena Rnt.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Китәм тағын алыҫтарға һине ҡалдырып,
Ҡалаһың бошоноп, әсәй, мине ҡайғыртып
Көтөрһөң һин таңға ҡәҙәр булһам юлымда
Хәлең килһә булыр инең һәр саҡ янымда.

Бөтә ҡайғы-хәсрәттәрҙән һәр саҡ аралап
Туҡтамайһың йөрәгеңде үҙеңдең яралап.
Ҡыйын миңә иҫкә төшһә иҫәр үҫмер сағым,
күпме сәстәрең ағарҙы мин ҡайтмаған һайын

Күгәргән битемде күреп күҙең йәшләнде
Минең уңышһыҙлыҡтарға йәнең өҙгөләнде
Улың- дәрүиш, тора алмай һис бер урында,
Мин яратам һине әсәй, шуны онотма

Нимәләр генә ҡылһам да һин һәр саҡ аңлайһың,
Күңелде бушатҡан саҡта бүлдермәй тыңлайһың.
Тик ниҙәр һинең күңелеңдә - юҡ һорағаным,
Мин бит һәр саҡ юлда, бына- китәмен тағын.

Клип к песне:

Другие песни исполнителя:

  • Һәр көн иртән торғанда, Башымда көйҙәр бар. Һәм минең бөтә донъяға, Йырлар моңдарым бар. Һин тик уйланып ҡына ҡара кеше, Тауышым көслө түгел, тик һин мине ишет. Был донъя һинең өйөң һәм һинең бишек, Дуҫ ҡатып торма һиңә асыҡ бөтә ишек Башыңды эймә әйҙә минең менән бергә Алға һәм тик алға бәхет тауына менергә. Алһыуланып яңы тыуған ҡояшты күрергә Яңы мөмкинселектәргә табан йүгерергә. Һәр бер таңым миңә өмөт бүләк итә, Ҡараңғы төн менән бар шиктәрем китә. Изге маҡсат, яҡшы кәйеф булһа - етә Бейек текә үрҙәр мине алда көтә Әйҙә йылмай ҡыуанысың бик йоғошло Сағыу буяуҙарға батыр был тормошто. Тыңла йөрәгеңде тура юл күрһәтер, Ҡулдарыңда ҡәләм, ә ғүмер - һүрәтең.
  • 1 куплет: Хәтереңдә гел тере Үткәндең иҫкән еле. Булғанда ҡулдар ҡулда, Иң бәхетле донъяла Припев: Йылы тәнеңде һыйпап, Йөрәк тибешен тыңлап, Ҡосағыма мин алам Һинең яныңда ҡалам. 2 куплет: Һинең күҙҙәр ҡарайҙар Күптән һөйөп башҡаға. Тик төнөн яңғыҙ ҡалһаң, Тағын асыла яра Припев: Йылы тәнеңде һыйпап, Йөрәк тибешен тыңлап, Ҡосағыма мин алам Һинең яныңда ҡалам.

Rena Rnt

Rena Rnt – появился на башкирской эстраде как глоток свежего воздуха. Музыка, которая «качает», тексты со смыслом, интересные клипы сразу полюбились слушателям.