Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Уянам»
исполнителя Rena Rnt.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Ҡоштар оса һауала,
Ҡояш битте йылыта,
Ритм беҙҙе бейетә
Һинең боҙҙо иретә.
Көнсығыштан ел иҫә,
Хистәр беҙҙе иҫертә,
Күбәләктәр эстәрҙә
Күтәрәләр күктәргә.

Припев:
Иртәнсәк һинең менән мин уянам,
Йылынам яҙғы яҡты ҡояштың нурында.
Һалҡын шишмәнең һыуында йыуынам,
Теләк теләйем күктә атылған йондоҙға!

2. Сиңерткәләр уяна
Башҡалар йоҡлағанда
Сыңлайҙар таң атҡансы,
Ҡояш апай торғансы.
Бөтә ерҙән моң аға,
Бөтәһе күңел аса.
Һауалағы болоттар
Ҡайҙалыр ашығалар.

Припев:
Иртәнсәк һинең менән мин уянам,
Йылынам яҙғы яҡты ҡояштың нурында.
Һалҡын шишмәнең һыуында йыуынам,
Теләк теләйем күктә атылған йондоҙға!

Другие песни исполнителя:

  • Һәр көн иртән торғанда, Башымда көйҙәр бар. Һәм минең бөтә донъяға, Йырлар моңдарым бар. Һин тик уйланып ҡына ҡара кеше, Тауышым көслө түгел, тик һин мине ишет. Был донъя һинең өйөң һәм һинең бишек, Дуҫ ҡатып торма һиңә асыҡ бөтә ишек Башыңды эймә әйҙә минең менән бергә Алға һәм тик алға бәхет тауына менергә. Алһыуланып яңы тыуған ҡояшты күрергә Яңы мөмкинселектәргә табан йүгерергә. Һәр бер таңым миңә өмөт бүләк итә, Ҡараңғы төн менән бар шиктәрем китә. Изге маҡсат, яҡшы кәйеф булһа - етә Бейек текә үрҙәр мине алда көтә Әйҙә йылмай ҡыуанысың бик йоғошло Сағыу буяуҙарға батыр был тормошто. Тыңла йөрәгеңде тура юл күрһәтер, Ҡулдарыңда ҡәләм, ә ғүмер - һүрәтең.
  • 1 КУПЛЕТ Меңләп фекерҙәр көн һайын мине баҫтыра, Һәр бер кеше үҙенекен аңлатырға тырыша. Күңел асырға бер кемдән дә оялма; Буш урындар күп, әйҙә ултыр, дуҫым, яныма. Һәр бер нәмәгә ҡыуанып беҙ онотолдоҡ, Бәхет ҡошон тырыштыҡ, ләкин тота алманыҡ. "Башҡорт" тип күкрәк һуғыуҙар беҙҙе ялҡытты, Бергәләп яңы юлдар табырға ваҡыт етте. ПРИПЕВ (X2): Барыбер кем нимә әйтә: Юлыңды күңел күрһәтә. Бергәләп дуҫтарым, ғаиләм; Барам мин донъя яуларға. 2 КУПЛЕТ Һәр заманда ла булыр өр яңы талаптар, Уратҡандар һәр ваҡыт нимәлер һинән һорар. Еңеп сығырһың, һин бүлмәһәң ихтибар, Шул саҡта бөтән ерҙән һинең һүҙең яңғырар. Юғары һүҙҙәрҙе һөйләү заманы үтте, Кескәй аҙымдар эшләү ваҡыты инде етте. Һинең сәйәсәтте йәштәр бәлки һайламаҫ, Күптәр һинең һайлаған юлыңды аңламаҫ. ПРИПЕВ (X4): Барыбер кем нимә әйтә: Юлыңды күңел күрһәтә. Бергәләп дуҫтарым, ғаиләм; Барам мин донъя яуларға.

Rena Rnt

Rena Rnt – появился на башкирской эстраде как глоток свежего воздуха. Музыка, которая «качает», тексты со смыслом, интересные клипы сразу полюбились слушателям.