Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Торналар»
исполнителя Хасан Усманов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1.Торналарҙы оҙатып ҡалдым
Аҡ ҡайынға hөйәлеп.
Тағын бер йәй үтеп бара
Торналарға эйәреп.
Торналарым китеп бара
Кейек ҡаҙ юлы менән,
Йәшлегемде оҙатып ҡалам
Торналар йыры менән.

Припев:
Торналар, торналар!
Китмәгеҙ, боролоғоҙ.
Йәйҙәрҙе алып китмәгеҙ,
Йәшлекте ҡалдырығыҙ. (2 раза)

2.Торналарым оса ҡағынып,
Йылдар ҡанат ҡаҡмайынса.
Көҙ еткәнгә ышанманым
Торналар оҙатмайса.

Припев:
Торналар, торналар!
Китмәгеҙ, боролоғоҙ.
Йәйҙәрҙе алып китмәгеҙ,
Йәшлекте ҡалдырығыҙ. (2 раза)

3.Торналарҙы оҙатып ҡалдым
Аҡ ҡайынға hөйәлеп.
Тағын бер йәй үтеп бара
Торналарға эйәреп.

Припев:
Торналар, торналар!
Китмәгеҙ, боролоғоҙ.
Йәйҙәрҙе алып китмәгеҙ,
Йәшлекте ҡалдырығыҙ. (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Моң тибрәләй күктәр киңлегендә, Ҡоштар китә алыҫ ерҙәргә. Сылбыр-сылбыр булып ҡоштар китә Тирәктәре йәшел илдәргә. Тирәктәре йәшел илдәргә! Беләм инде, беләм, еңел түгел, Киткәнем бар тыуған илдәрҙән! (2 раза) Һау буллашыу йәшел күҙҙәремдә Көҙгө елдәр ҡоса илдәрҙән. Беләм инде, беләм, еңел түгел, Киткәнем бар тыуған илдәрҙән. Киткәнем бар тыуған илдәрҙән! Сит илдәрҙә ҡалмаҫ ҡоштар ҙа бит, Ҡабат тыумай яҡты донъяға, Ҡанатлы ҡош нишләп ҡайтмай ҡалһын Тыуған ергә, тыуған ояға? Тыуған ергә, тыуған ояға? Беләм инде, беләм, еңел түгел, Киткәнем бар тыуған илдәрҙән! (2 раза)
  • Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер, Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан, Һине күргәс тә, һине күргәс тә.