Моң тибрәләй күктәр киңлегендә,
Ҡоштар китә алыҫ ерҙәргә.
Сылбыр-сылбыр булып ҡоштар китә
Тирәктәре йәшел илдәргә.
Тирәктәре йәшел илдәргә!
Беләм инде, беләм, еңел түгел,
Киткәнем бар тыуған илдәрҙән! (2 раза)
Һау буллашыу йәшел күҙҙәремдә
Көҙгө елдәр ҡоса илдәрҙән.
Беләм инде, беләм, еңел түгел,
Киткәнем бар тыуған илдәрҙән.
Киткәнем бар тыуған илдәрҙән!
Сит илдәрҙә ҡалмаҫ ҡоштар ҙа бит,
Ҡабат тыумай яҡты донъяға,
Ҡанатлы ҡош нишләп ҡайтмай ҡалһын
Тыуған ергә, тыуған ояға?
Тыуған ергә, тыуған ояға?
Беләм инде, беләм, еңел түгел,
Киткәнем бар тыуған илдәрҙән! (2 раза)