Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яҙмыш»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Йылдар үткәс, онотола
Табышҡан, ҡауышҡанын.
Ғүмер буйы эҙәрлекләй
Тәү һөйөү һағыштары.
Яҙҙар ҙа иҫкә төшhә лә
Ялтырап барған юлдан.
Батшаларға әйләндерә
Тынлаусан, йыуаш ҡолдар.

Яҙмыш беҙҙе мәхрүм итте
hөйөшөп, ҡауышыуҙан.
Ләкин мәхрүм итә алманы
Ғүмерлек hағышынан.

Йәйҙәр ҙә иҫкә төшһә лә
Елкенеп китә күңел.
Йөрәк толпарға атлана
Тотоп тыярлыҡ түгел.
Көҙҙәр ҙә иҫкә төшhә лә
Күҙҙәргә күренмәй аҡ.
hөйләhәләр - hөйләhендәр
Әллә хаҡ, әллә нахаҡ.

Яҙмыш беҙҙе мәхрүм итте
hөйөшөп, ҡауышыуҙан.
Ләкин мәхрүм итә алманы
Ғүмерлек hағышынан.

Другие песни исполнителя:

  • Йәш сағыбыҙҙа беҙ - ауылскийҙар, Беҙгә кәрәкмәй ҡаты газ. Өйрәнгәнбеҙ беҙ таҙа һауаға, Һыйырҙарҙы таҙа һауырға. Ашап-эсеп бергә йоҡларға Һәм йырҙар менән йәшәргә. Ошо һыйырҙар булмаһа, Сыҡмаҫ инек беҙ кешеләргә. Ҡушымта: Эх, ауыл, йәшәһен ауыл! Гармунда үткән кисәләр. Гел булһын дойный аппарат, Самогон эсәбеҙ күмәкләп, Аҙаҡтан йырлайбыҙ бергәләп! Ауыл тормошо һағынышлы Бик күптәр өсөн ҡалала. Урамдан үткән көтөүселәр моңо Ишетелә төндәр буйы. Эсһәк тә, беҙ эште яратабыҙ, Йоҡламай уны беҙ башҡарабыҙ. Шулай уҡ яҙабыҙ беҙ йырҙар, Гел һеҙҙен өсөн генә, дуҫтар! Ҡушымта: Эх, ауыл, йәшәһен ауыл! Гармунда үткән кисәләр. Гел булһын дойный аппарат, Самогон эсәбеҙ күмәкләп, Аҙаҡтан бейейбеҙ бергәләп!
  • Тыуған яғыма ҡайтһам, Ус тулғансы йыйырмын сәскәләр тыуған яғымдан. Йәшлек үткән йылдарымды Һағынып иҫкә төшөрөрмен әле. Ә хәҙер мин әсәй йортона ашығам әсәйемә... Һаумы, әсәй! Һиңә ошо сәскәләр! Һаумы, әсәй! Йәшермә минән сал сәстәреңде. (х2) Әсәй, Ирәндеккә киттем, Ҡурай алып ҡайтып һиңә көйҙәр уйнайым. Атайым уйнаған көйҙәрҙе һиңә уйнармын мин, әсәй. Һинең дә йәш сағыңды иҫкә төшөрөрмен. Йәле, әсәй, йырла! Йәш сағыңды иҫлә. Йәле, әсәй! Күңелеңде күтәр, йәштәреңде түкмә! (х2)
  • Һин минең өсөн ҡайғырма, йәнем, Мин һине генә бик ныҡ яратам. Һин йоҡла, йәнем, изге төш теләйем, Сәскәле туғай - гел лилиә. Лилиәм, һин минең өсөн атҡан! Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм! Лилиәм, һин минең өсөн атҡан! Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм! Һин тыуғанға атайсалым ҡыуанған, Ә апайым шатланып илаған. Апайыма иркәләу бөттө, Ә минең һиңә күҙем төштө. Лилиәм, һин минең өсөн атҡан, Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм. Лилиәм, һин минең өсөн атҡан, Лилиәм, һин минең яратҡан сәскәм.