Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һаумы, әсәй»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Тыуған яғыма ҡайтһам,
Ус тулғансы йыйырмын сәскәләр тыуған яғымдан.
Йәшлек үткән йылдарымды
Һағынып иҫкә төшөрөрмен әле.
Ә хәҙер мин әсәй йортона ашығам әсәйемә...

Һаумы, әсәй! Һиңә ошо сәскәләр!
Һаумы, әсәй! Йәшермә минән сал сәстәреңде. (х2)

Әсәй, Ирәндеккә киттем,
Ҡурай алып ҡайтып һиңә көйҙәр уйнайым.
Атайым уйнаған көйҙәрҙе һиңә уйнармын мин, әсәй.
Һинең дә йәш сағыңды иҫкә төшөрөрмен.

Йәле, әсәй, йырла!
Йәш сағыңды иҫлә.
Йәле, әсәй! Күңелеңде күтәр, йәштәреңде түкмә! (х2)

Другие песни исполнителя:

  • Әйҙәгеҙ бөгөнгө көндө асыҡлайыҡ, кеше ниңә төлкө була ҡарайыҡ. Ни өсөн айыу ҡыш буйына йоҡлай, ә ярлы кеше буш кеҫәһен ямай. Төлкө булмаһа кеше байымаҫ, айыу кеүек һимермәйһә йокламаҫ, Ә ярлы кеше буш кеҫәһен ямай, уның уйлауынса ул да йыялмай. Припев: Юҡ булмай, былай эш бармай. Байығайыҡ бергәләп, ултырайыҡ бергәләп. Юҡ, кибер беҙҙең ер, Әгәр тик йәшәмәһәк дуҫ булмаһаҡ. Бына көндәрҙең бер көнөн асыҡланыҡ, байҙар нисек байығанын аңланыҡ. Ә ярлы кеше ярлы булып ҡалыр, байығам тип ынтылһа ул алданып ҡалыр. Ҡараны һин аҡ менән бутама, ярлы менән байҙы тигеҙләмә. Тигеҙләнә улар зинданда, уныһынан тағы берҙе тәңре алдында. Припев: Юҡ булмай, былай эш бармай. Байығайыҡ бергәләп, ултырайыҡ бергәләп. Юҡ, кибер беҙҙең ер, Әгәр тик йәшәмәһәк, дуҫ булмаһаҡ.
  • Дуҫтар кеүек кенә осраша инек. Бергә булырбыҙ тип уйламай инек. Ләкин үтә йылдар, һыу кеүек аға. Уйланырға ваҡыт - ғүмерҙәр уҙа. Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем. Ҡалалар, ауылдар беҙҙең арала, Һинән гүзәллерәк ҡыҙ юҡ донъяла. Тиҙерәк яуап бир! Әйт миңә, йәнем, Булаһыңмы, юҡмы минең һөйгәнем? Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем.
  • Мине эҙләп һин йөрөмә, Айлы төндә, яҡты көндә эҙләмә. Өлгөрмәй төн көнгә. Елдән һорама, Ерҙә эҙләмә. Эҙем бар минең һыуҙа, Йөрәгең һиҙһә эҙлә. Күренермен һиңә айҙа, Күңелең тартыр һине йондоҙға. Тик мин булырмын ерҙә Һинең яныңда. Саф йәнеңдә Бәхетле булғың килһә, Йәнеңде осор миңә. Мин, мин һиңә кем инем, кем инем? Хыялың, һөйгәнең? Мин тыуманым ерҙә һиңә. Күҙ йәшем. Йыһанға миңә ос.