Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Төн»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Төн... Һинең, минең мөхәббәт...
Беҙҙең өсөн
Ай шәм булыр беҙгә.
Һалҡын hауа...

Көн... Беҙҙе айыра, айыра...
Беҙҙән айҙы...
Һалҡын hауа йылына...
Юҡ, кәрәкмәй...

Мөхәббәтем, тәнең hинең
Ялтырай еүеш тәнең айҙа.
Мөхәббәтем, тының hинен...
Көн hайын мин һағынам шуны...

Нисек миңә ҡыйын hинhеҙ...
Ҡыйын hиңә... Көтөп алып булмай төндө
икәүләп...


Туҙ... Әгәр hағынhаң, ҡосаҡла
Һүҙең менән...Көт ҡояш батҡанын...
Тындар таралған...

Мөхәббәтем, тәнең hинең
Ялтырай еүеш тәнең айҙа.
Мөхәббәтем, тының hинен...
Көн hайын мин һағынам шуны...

Мөхәббәтем, тәнең hинең!
Мөхәббәтем, тының hинең!
Мөхәббәтем hин!

Мөхәббәтем, тәнең hинең
Ялтырай еүеш тәнең айҙа.
Мөхәббәтем, тының hинен...
Көн hайын мин һағынам шуны...

Һөйгәнем, hөйөклөм!
Һөйөрмөн hине бөгөн!
Һөйөрмөн hине тик мин!

Другие песни исполнителя:

  • Әйҙәгеҙ бөгөнгө көндө асыҡлайыҡ, кеше ниңә төлкө була ҡарайыҡ. Ни өсөн айыу ҡыш буйына йоҡлай, ә ярлы кеше буш кеҫәһен ямай. Төлкө булмаһа кеше байымаҫ, айыу кеүек һимермәйһә йокламаҫ, Ә ярлы кеше буш кеҫәһен ямай, уның уйлауынса ул да йыялмай. Припев: Юҡ булмай, былай эш бармай. Байығайыҡ бергәләп, ултырайыҡ бергәләп. Юҡ, кибер беҙҙең ер, Әгәр тик йәшәмәһәк дуҫ булмаһаҡ. Бына көндәрҙең бер көнөн асыҡланыҡ, байҙар нисек байығанын аңланыҡ. Ә ярлы кеше ярлы булып ҡалыр, байығам тип ынтылһа ул алданып ҡалыр. Ҡараны һин аҡ менән бутама, ярлы менән байҙы тигеҙләмә. Тигеҙләнә улар зинданда, уныһынан тағы берҙе тәңре алдында. Припев: Юҡ булмай, былай эш бармай. Байығайыҡ бергәләп, ултырайыҡ бергәләп. Юҡ, кибер беҙҙең ер, Әгәр тик йәшәмәһәк, дуҫ булмаһаҡ.
  • Дуҫтар кеүек кенә осраша инек. Бергә булырбыҙ тип уйламай инек. Ләкин үтә йылдар, һыу кеүек аға. Уйланырға ваҡыт - ғүмерҙәр уҙа. Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем. Ҡалалар, ауылдар беҙҙең арала, Һинән гүзәллерәк ҡыҙ юҡ донъяла. Тиҙерәк яуап бир! Әйт миңә, йәнем, Булаһыңмы, юҡмы минең һөйгәнем? Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм. Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем.
  • Бала тыуғас күҙе уның күрмәй-күрмәй, Ул балаға бик аңлатып булмай-булмай. Күрерһең һин, үҫкәс күрерһең һин Был донъяның аламаһын-яҡшыһын. Припев Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем. Оялмаһаң – оялма, Туры юлдан юҡҡа, сыҡма, китмә. Бына, балам, үҫтең, күрҙең, тәмен белдең. Үҙ юлыңда һайлап алдың-алдың. Онотма һин, кешем, онотма һин, Аллаға һәм халҡыңа хеҙмәт ит һин. Припев Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем. Оялмаһаң – оялма, Туры юлдан юҡҡа, Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем Оялмаһаң - оялма Туры юлдан юҡҡа, сыҡма, китмә.