Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Айгөлөм»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Дуҫтар кеүек кенә осраша инек.
Бергә булырбыҙ тип уйламай инек.
Ләкин үтә йылдар, һыу кеүек аға.
Уйланырға ваҡыт - ғүмерҙәр уҙа.

Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм.
Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем.

Ҡалалар, ауылдар беҙҙең арала,
Һинән гүзәллерәк ҡыҙ юҡ донъяла.
Тиҙерәк яуап бир! Әйт миңә, йәнем,
Булаһыңмы, юҡмы минең һөйгәнем?

Айгөлөм, Айгөлөм! Аңла мине, һөйөклөм.
Айгөлөм, Айгөлөм! Һиндә генә куңелем.

Другие песни исполнителя:

  • Күңелеңде киң тотһаң, Барған ергә барып етерһең. Осрар һиңә аждаһалар юлда Уларҙы һин еңеп үтерһең. Припев Бер йылмайһаң - елде уйнатаң, Юл уңһын тип хәйер таратаң. Гел йырлайһың һин тәбиғәткә Һәм ҡарайһың моңло алға юлға. Ғүмереңдә күпме юлдар Үтте һинең аяҡтарың? Һинән һуң йөрөй бәйет, Кем булдың һуң һин, әҙәм? Припев Бер йылмайһаң елде уйнатаң Юл уңһын тип хәйер таратаң. Гел йырлайһың һин тәбиғәткә Һәм ҡарайһың моңло алға юлға.
  • Йөрәктәр ҡушылды, Ә юлдар айырылды, Уртаға ярылды тормоштар. Яртышар-яртышар Ҡалдыҡ беҙ. Нишләрбеҙ, Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар? Һөйгәнем яттарҙа. Моңһоу таң атҡанда, Өҙөлә йәндәрем, өҙөлә. Хәсрәтем юғала, Шатлығым юл ала. Бер генә ҡараһам йөҙөнә. Дөм-ҡара төндәрҙә Йондоҙҙар һүнгәндә, Йөрәкте саҡмалай сағырмын. Менермен үрҙәргә, Төшөрмөн гүрҙәргә, Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.
  • Төн... Һинең, минең мөхәббәт... Беҙҙең өсөн Ай шәм булыр беҙгә. Һалҡын hауа... Көн... Беҙҙе айыра, айыра... Беҙҙән айҙы... Һалҡын hауа йылына... Юҡ, кәрәкмәй... Мөхәббәтем, тәнең hинең Ялтырай еүеш тәнең айҙа. Мөхәббәтем, тының hинен... Көн hайын мин һағынам шуны... Нисек миңә ҡыйын hинhеҙ... Ҡыйын hиңә... Көтөп алып булмай төндө икәүләп... Туҙ... Әгәр hағынhаң, ҡосаҡла Һүҙең менән...Көт ҡояш батҡанын... Тындар таралған... Мөхәббәтем, тәнең hинең Ялтырай еүеш тәнең айҙа. Мөхәббәтем, тының hинен... Көн hайын мин һағынам шуны... Мөхәббәтем, тәнең hинең! Мөхәббәтем, тының hинең! Мөхәббәтем hин! Мөхәббәтем, тәнең hинең Ялтырай еүеш тәнең айҙа. Мөхәббәтем, тының hинен... Көн hайын мин һағынам шуны... Һөйгәнем, hөйөклөм! Һөйөрмөн hине бөгөн! Һөйөрмөн hине тик мин!