Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Уралҡайым»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Бер көнө ҡара болот Эленер ер өҫтөндә, Шул саҡта, халҡым минең, Үлер беҙҙең ошо донъя. Таң менән урмандарҙа Ысыҡ төшөр үләндәргә, Көн сығыштан сыҡҡан ҡояш Нур һибер был ысыҡҡа. Ҡоштар һайрай моң һибеп, Беҙгә яҡты йөҙ биреп, Ҡара болот килеп сыҡһа, Үлер беҙҙең ошо донъя. Туҡрағыҙ, халҡым, Ял тәбиғәткә бирәйек. Туҡрағыҙ, уйланығыҙ, Тәбиғәт илағанда. Халҡым, һеҙҙе саҡырам: Оятығыҙ һеҙҙә ҡалһа, Бергәләшеп йыйылығыҙ, Тәбиғәтте һаҡлағыҙ һеҙ.
  • Тау битендә бәләкәй ауыл, Ауыл эсендә илле йорт. Бер йортта йәшәй медсестра - Һылыу, матур Зөлфиә. Припев: Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк! Мин һорағас ҡул-йөрәген, Зөлфиә яуап бирҙе: -Һинең кеүек пастухтар, Биш йыл инде һораны! Припев: Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк! Йөрәгем минең һыуынды, Зөлфиәгә тәм үлде. Ҡартайҙы матур Зөлфиә, Һайланып янғыҙ ҡалды. Припев: Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк! Һайланмағыҙ, һылыуҡайҙар – Егеттәр йөрәген өҙмәгеҙ. Зөлфиә тормошон күрегеҙ, Һайланып янғыҙ ҡалмағыҙ! Припев: Эх, Зөлфиә, ҡарале миңә, Бына мин торам – көтөүсе Мәннән. Эх, Зөлфиә, кейәүгә миңә Сыҡ әйҙә тиҙерәк – тыуыр игеҙәк!
  • Таң менән уянаң, Башыңды һелкеп ултыраң, Кисәге көндө иҫләп, Нишләнем тип ҡурҡып ултыраң. Ҡушымта: Күпме һине әрләнеләр олатай-өләсәйҙәр, Тик һин сумаң шешәгә, Күнелле йәшәйһең, диуана! Бер киләһең урамға һыймай, Күргән кешеңде танымай. Бәйләнәһең һәр кемгә, Оло-кесене айырмай. Ҡушымта: Күпме һине әрләнеләр олатай-өләсәйҙәр, Тик һин сумаң шешәгә, Күнелле йәшәйһең, диуана! Таң менән бер уянырһың, Көҙгө алдына килеп баҫырһың, Үҙеңде күреп танымай, Ҡурҡыштан ятып үлерһең һин. Ҡушымта: Күпме һине әрләнеләр олатай-өләсәйҙәр, Тик һин сумаң шешәгә, Күнелле йәшәйһең, диуана!
  • Тыуған яғыма ҡайтһам, Ус тулғансы йыйырмын сәскәләр тыуған яғымдан. Йәшлек үткән йылдарымды Һағынып иҫкә төшөрөрмен әле. Ә хәҙер мин әсәй йортона ашығам әсәйемә... Һаумы, әсәй! Һиңә ошо сәскәләр! Һаумы, әсәй! Йәшермә минән сал сәстәреңде. (х2) Әсәй, Ирәндеккә киттем, Ҡурай алып ҡайтып һиңә көйҙәр уйнайым. Атайым уйнаған көйҙәрҙе һиңә уйнармын мин, әсәй. Һинең дә йәш сағыңды иҫкә төшөрөрмен. Йәле, әсәй, йырла! Йәш сағыңды иҫлә. Йәле, әсәй! Күңелеңде күтәр, йәштәреңде түкмә! (х2)