Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тәбиғәт»
исполнителя ДЕРВИШ ХАН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Бер көнө ҡара болот
Эленер ер өҫтөндә,
Шул саҡта, халҡым минең,
Үлер беҙҙең ошо донъя.

Таң менән урмандарҙа
Ысыҡ төшөр үләндәргә,
Көн сығыштан сыҡҡан ҡояш
Нур һибер был ысыҡҡа.

Ҡоштар һайрай моң һибеп,
Беҙгә яҡты йөҙ биреп,
Ҡара болот килеп сыҡһа,
Үлер беҙҙең ошо донъя.
Туҡрағыҙ, халҡым,
Ял тәбиғәткә бирәйек.
Туҡрағыҙ, уйланығыҙ,
Тәбиғәт илағанда.

Халҡым, һеҙҙе саҡырам:
Оятығыҙ һеҙҙә ҡалһа,
Бергәләшеп йыйылығыҙ,
Тәбиғәтте һаҡлағыҙ һеҙ.

Другие песни исполнителя:

  • Йәш сағыбыҙҙа беҙ - ауылскийҙар, Беҙгә кәрәкмәй ҡаты газ. Өйрәнгәнбеҙ беҙ таҙа һауаға, Һыйырҙарҙы таҙа һауырға. Ашап-эсеп бергә йоҡларға Һәм йырҙар менән йәшәргә. Ошо һыйырҙар булмаһа, Сыҡмаҫ инек беҙ кешеләргә. Ҡушымта: Эх, ауыл, йәшәһен ауыл! Гармунда үткән кисәләр. Гел булһын дойный аппарат, Самогон эсәбеҙ күмәкләп, Аҙаҡтан йырлайбыҙ бергәләп! Ауыл тормошо һағынышлы Бик күптәр өсөн ҡалала. Урамдан үткән көтөүселәр моңо Ишетелә төндәр буйы. Эсһәк тә, беҙ эште яратабыҙ, Йоҡламай уны беҙ башҡарабыҙ. Шулай уҡ яҙабыҙ беҙ йырҙар, Гел һеҙҙен өсөн генә, дуҫтар! Ҡушымта: Эх, ауыл, йәшәһен ауыл! Гармунда үткән кисәләр. Гел булһын дойный аппарат, Самогон эсәбеҙ күмәкләп, Аҙаҡтан бейейбеҙ бергәләп!
  • Йылы яҡҡа мин бер йыйындым, Бер моҡсай кейеп тамаҡ алдым, 100 грамм айран һалдым күңел өсөн. Такси тотоп тимер юлға аттым, Билет алып поездға ултырҙым, Киттем, һау бул туған яҡ! Йылы яҡҡа, күңелле яҡҡа! Ҡара диңгеҙгә ял итергә! (2 раза) Ҡара диңгеҙҙең ярында Ятам күмелеп һары балсыҡта. "Сәләм!" тигән булам үткән ҡыҙға. Уң яғымда транзисторым ята. Рок-н-ролл, Рәсүл ҡурайҙа һыҙғыра О-оу! Рәхәт донъя! Йылы яҡҡа, күңелле яҡҡа! Ҡара диңгеҙгә ял итергә! (2 раза)
  • Бала тыуғас күҙе уның күрмәй-күрмәй, Ул балаға бик аңлатып булмай-булмай. Күрерһең һин, үҫкәс күрерһең һин Был донъяның аламаһын-яҡшыһын. Припев Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем. Оялмаһаң – оялма, Туры юлдан юҡҡа, сыҡма, китмә. Бына, балам, үҫтең, күрҙең, тәмен белдең. Үҙ юлыңда һайлап алдың-алдың. Онотма һин, кешем, онотма һин, Аллаға һәм халҡыңа хеҙмәт ит һин. Припев Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем. Оялмаһаң – оялма, Туры юлдан юҡҡа, Ас күҙеңде, кешем, Ҡушам һиңә исем Оялмаһаң - оялма Туры юлдан юҡҡа, сыҡма, китмә.
  • Күңелеңде киң тотһаң, Барған ергә барып етерһең. Осрар һиңә аждаһалар юлда Уларҙы һин еңеп үтерһең. Припев Бер йылмайһаң - елде уйнатаң, Юл уңһын тип хәйер таратаң. Гел йырлайһың һин тәбиғәткә Һәм ҡарайһың моңло алға юлға. Ғүмереңдә күпме юлдар Үтте һинең аяҡтарың? Һинән һуң йөрөй бәйет, Кем булдың һуң һин, әҙәм? Припев Бер йылмайһаң елде уйнатаң Юл уңһын тип хәйер таратаң. Гел йырлайһың һин тәбиғәткә Һәм ҡарайһың моңло алға юлға.