Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Венер Камалов.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Венер Камалов

  • Был донъяла һин булмаһаң, Бер минут тормаҫ инем. Һинһеҙ йәшәү мәғәнәһе лә Һис кенә булмаҫ ине. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) Хоҙай миңә һине яратҡан, Һин минең өсөн тыуған. Кемдең кемгә булырын да Маңлайҙарға яҙылған. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) Мөғжизәле һөйөү илендә Өсөнсөгә урын юҡ. Һәр беребеҙҙең бер миҙгеле - Мең ғүмергә торорлоҡ. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) (Ф.Килдеғолов муз., Р. Сурағол һүҙ.)
  • Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа. Мең-мең нурҙар менән балҡырһың һин унда, Урын юҡ йыһанда һағышҡа. Иркәм, төнөн күккә баҡһаң, Минең һөйөүемде шул минутта аңларһың. Ерҙә күпме эҙләһәң дә, Минән башҡа ғашиҡ йәнде, йәнем, тапмаҫһың. Тик яҡты йондоҙ таңда әкрен генә күҙ ҡыҫыр. Ул минең һиңә тәүге һүҙем булыр. Әгәр яуап бирер булһаң, Минең йондоҙомдың таңғы сәләм һүҙенә, Йөрәк серен асалмаһаң, Ҡыймайынса ҡарарғала минең күҙемә. Әйт сәләмеңде күктәге иң яҡты йондоҙға, Ул һис тартынмай юл күрһәтер беҙгә. припев: Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа. Мең-мең нурҙар менән балҡырһың һин унда, Урын юҡ йыһанда һағышҡа. Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Һине атап һөйөү хаҡына. Йым-йым иткән һанһыҙ йондоҙ араһына Ғүмер буйы көткән хыял хаҡына. Беҙҙең йөрәктәр ҡауышһа, Киң йыһандан берҙәрен табып аҙашмай. Беҙҙән бәхетле пар булмаҫ, Бер-береһен йәндәй күреп шулай яратҡан. Ә бөтә ғәләм, беҙҙең мөхәббәткә таң ҡалыр, Тик яҡты йондоҙ беҙгә шаһит булыр. припев: Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа. Мең-мең нурҙар менән балҡырһың һин унда, Урын юҡ йыһанда һағышҡа. Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Һине атап һөйөү хаҡына. Йым-йым иткән һанһыҙ йондоҙ араһына, Ғүмер буйы көткән хыял хаҡына.
  • Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем, Тышҡынайын ниҙән тышлайым? Йәйгелеген бында, ай, йәйләнем, Ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым? Елә лә генә елә берәү килә Арҡаларҙан йоморо юл менән. Күрмәнеләр мине, ай, күҙ менән, Тик һөйләйҙәр шелтәле һүҙ менән. Күк ат ҡына ектем, ай, тәртәгә, Ҡалғандары ҡалды кәртәлә, Уңлы ғына һуллы ҡашым тарта, Ниҙәр булыр икән иртәгә? Ирәндеккәй буйы, ай, күк таштыр, Кемгә төйәк түгел ул таштар. Ҡурҡыуҙы ла белмәй ҡыйыу йөрөнөк, Ни күрһә лә күрер был баштар.
  • Тангы кояштын алтын нурзары Тошэлэр хинен алхыу йозрнэ Мин конлэшэм хине хатта кояштан Эйтэ алмайым бары узенэ припев: Куреп туялмайым йоззэренде куззэренде, ирененде... Аккына кагылам кулдарына, Уятырга кыймай узенде. Куз алдымдан китмэй хинен буйхынын Бер сэгат курмэй торхам хагынам Был бит хине артык яратыумдан Алга куреп тик хинэ кагылам припев-2р Хэр кон тыуган кояш бэхет китерхен, Алтын нурн хибеп икебезгэ Уян инде иркэм- ас куззэренде Йылмаеп кал уртак конебезгэ. припев-2р
  • Телефондар шылтырайҙар, һине көтәләр, Һинең бөтөн уйҙарыңды миңә илтәләр. припев: Әйтсе, иркәм, әйтсе миңә, Һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә Ғашик булдым мин. (2 раза) Телефондар шылтырайҙар, ә һин һаман юҡ. Көндәр үтә, айҙар үтә, күңелеңдә мин юҡ. припев: Әйтсе, иркәм, әйтсе миңә, Һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә Ғашик булдым мин. (2 раза) Телефондар, телефондар һаман шылтырай. Йөрәк яна, һин һаман юҡ, күңелем һис тынмый. припев: Әйтсе, иркәм, әйтсе миңә, Һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә Ғашик булдым мин. (2 раза) (Р. Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Ҡайтҡан һайын алыҫтан тыуған яҡтарға, Күңелемдә йырҙар ярала. Йылмайып ҡаршы алһа әсәйем мине, Барлыҡ һағыштарым тарала. Тауҙары алыҫтан сәләмләй, Аҡ ҡайындар юл күрһәтә. Минең өсөн яҡынһың һин, ауылым минең, Оҙон-оҙон юлдар үтһәм дә. Исламғолома, ауылҡайыма. припев: Ауылыма ҡайтам, ҡайтам һағынғанға, Һалам сағыуҙарға һағыштарымды. Ауылыма ҡайтам, ауылыма, ауылыма. (2 раза) Өйәҙе күперен аша сыҡҡан һайын Хәтер елә бала саҡтарға. Сәскәле болындарын бер урар инем Хыялыма етәр саҡтарҙа. Тауҙары алыҫтан сәләмләй, Аҡ ҡайындар юлдар күрһәтә. Минең өсөн яҡынһың һин, ауылым минең, Оҙон-оҙон юлдар үтһәм дә. Исламғолома, ауылҡайыма. припев: Ауылыма ҡайтам, ҡайтам һағынғанға, Һалам сағыуҙарға һағыштарымды. Ауылыма ҡайтам, ауылыма, ауылыма. (2 раза) Исламғолома, ауылҡайыма. (Ф. Килдеғолов муз., В. Камалов һүҙ.)
  • Яҙ һайын ҡоштар ҡайта, Муйыл да аҡ сәскәһен ата. Тәбиғәт пышылдай: "Ул да һине эҙләй, ул ярата". Яҙ етһә, хистәрен тыя алмай, Йылғалар ярҙарынан таша. Ашҡын һыу ҙа ярһый, Ярһый әйткән һымак "ул ярата". припев: Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Төндә төштәремә керәһең. Үҙемде белмәйем, Күҙҙәремдә килә күрәһе. Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Минең һөйөүемде беләһең. Йәшермә хистәрен Уйҙарыңды килә беләһем. Яҙғы тәүге йылы елдәре Сәстәремдән иркәләп үтә. Ләйсән ямғыр шыбыр-шыбыр әйтә миңә "Ул ярата". Яҙҙар алып килгән мөхәббәт Ысын булырына ышанамын. Йөрәк ярһып тибә: "мин дә һине һөйәм, Мин яратам". припев: Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Төндә төштәремә керәһең. Үҙемде белмәйем, Күҙҙәремдә килә күрәһе. Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Минең һөйөүемде беләһең. Йәшермә хистәрен Уйҙарыңды килә беләһем. (Ф.Килдеғолов муз., В.Камалов һүҙ.)
  • Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр... Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға. Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. припев: Һин - ғүмер ағыштарым, Һин - минең һағыштарым, Һин - минең шатлыҡ илем, Юғалтыу-табыштарым, Һин - минең һағыштарым. Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫлө ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға. Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. припев: Һин - ғүмер ағыштарым, Һин - минең һағыштарым, Һин - минең шатлыҡ илем, Юғалтыу-табыштарым, Һин - минең һағыштарым. (Р.Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. (2 раза) Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле, Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) (Р. Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым, Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә. Ялан сәскәләрен күргән һайын Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә. (2 раза) Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан Миңә гөлдәр бүләк итмәне. Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә, Миңә шул гөл, шул гөл етмәне.(2 раза) Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ, Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге, Барыһы бар, тик һин генә юҡһың, Юҡтағылай ялан сәскәһе. (2 раза) Тәүге күкрәү булып килдең дә һин, Алып киттең бәхет күгенә. Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып, Ләйсән булып ҡалдың күңелемдә... (2 раза)
  • Тотоп ҡулдарыма роза сәскәләрен Ашығамын һинең яныңа. Сыҡмай уйҙарымдан толом сәскәйҙәрең, Йылмайыуыңды мин һағынам. припев: Аҡ-аҡ сәскәнең таждары, Саф-саф минең хыялдарым Сәскәнең таждары шикелле. Йөрәккәйем тибә һикереп, Тик яуабың һаман икеле. Әллә ялғандырыу һүҙ тип әйткәндәрең, Һуҙаһың ҡауышыу минутын. Үтербеҙ беҙ икәү тормош кәртәләрен, Һуҙған ҡулдарыма һин тотон! припев: Аҡ-аҡ сәскәнең таждары, Саф-саф минең хыялдарым Сәскәнең таждары шикелле. Йөрәккәйем тибә һикереп, Тип яуабың һаман икеле. Беләм күҙҙәреңдән - һин дә бит һөйәһең, Етмәгәндер ваҡыты әйтер. Бел һин шуны, йәнем, "эйе" тигән һүҙен Йылдар көтөргә лә мин әҙер! припев: Аҡ-аҡ сәскәнең таждары. Саф-саф минең хыялдарым, Сәскәнең таждары шикелле. Йөрәккәйем тибә һикереп, "Яратам" тип әйттең шикелле.
  • Һинең ҡулда минең күңел айы, Һин күрәһең ғашик йәнемде. Тау шишмәһе йөрәк моңон тыңлай, Ярһып атҡан ҡайнар ҡанымды. Ишетмәгән шишмә бындай моңдо. Тынып ҡалған тәрән һулышта. Йә, Хоҙайым, нисә быуат тағы Тәү тапҡыр мин тындым һағышта. Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы, Берен сиртһәң, шундай моң сыға. Моңдо тыңлап, йондоҙҙарын айы Әйләндергән икән тамсыға.